Киселёв Геннадий Семёнович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
20 юл:
 
== Батырлығы ==
«58-се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары  (2-се  гвардия штурмлау авиация дивизияһы, 16-һауа армияһы, 1-се Белоруссия фронты), ВКП(Б)  ағзаһына кандидат, гвардия өлкән лейтенанты Киселев Г.С.  [[1945 йыл]]<nowiki/>дың февраленә дошмандаң тере көстәрен һәм техникаһын штурмлау буйынса  110 хәрби осош яһай, уға ҙур зыян килтерә.  
 
[[1943 йыл]]<nowiki/>дың 7 майында  сираттағы хәрби осош ваҡытында  Г. С Киселев яралана һәм дошман биләгән территорияла бәреп төшөрөлә.  [[1943 йыл]]<nowiki/>дың 19 майында ҡыйыу совет офицеры,  поезд вагондарының береһенән ырғып төшөп,  әсирлектән ҡаса,  урмандарҙа партизандарҙы табып ала һәм уларҙың рәтендә ҡыйыу һуғыша.  [[1943 йыл]]<nowiki/>дың 21 сентябрендә Ҙур ергә юнәлтелә. Сафҡа ҡайта һәм дошманды һуғыш тамамланғансы туҡмай».
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне  һәм шул уҡ ваҡытта  ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Киселев Геннадий Семеновичҡа [[Ленин ордены]] һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7051) тапшырылып,  [[Советтар Союзы Геройы]] исеме бирелә.