Күсимов Таһир Тайып улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
 
Гвардия подполковнигы Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә [[Днепр]]ҙы дошман уты аҫтында кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә . 26 сентябрҙә уның полкы беренсе булып Днепрға килеп етә. Төрлө ҡулайлаштырылған әйберҙәрҙән, ишектәрҙән эшләнгән һалдарҙа 27 сентябрҙә полк һалдаттары дошмандың артиллерия һәм миномет уты аҫтында Дымарка һәм Неданчичи ауылдарынан көнбайыштараҡ Днепрҙың уң яҡ ярына сыға . Бында полк яр буйлатып 2,5 км тирәһе киңлектә плацдарм тотоп тора, дивизияның башҡа частарының йылғаның уң яғына сығыуын тәьмин итә. Кусимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Күсимов III дәрәжә [[Суворов ордены]] менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Таһир Тайып улы Күсимовҡа [[Советтар Союзы Геройы]] исеме бирелә.
* 1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы [[Будённый Семён Михайлович|С. М. Буденный]] полковник Таһир Кусимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай.
* 1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын алтын миҙалға тамамлай.
* 1951 йылда К.Е.Ворошилов исемендәге Генераль штаб академияһын алтын миҙал менән тамамлай.