Ғәбәши Солтан Хәсән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
22 юл:
 
== Эшмәкәрлеге ==
[[Файл:Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Солтан Ғәбәши. Өфө, 1937 йыл.png|thumb|right|250px|[[Ғәзиз Әлмөхәмәтов]] һәм Солтан Ғәбәши. [[Өфө]], 1937 йыл]]
[[Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы|Ғ. С. Әлмөхәмәтов]] һәм В. И. Виноградов менән берлектә «Сания» ([[Фәтих Әмирхан|Ф. Әмирхан]] либреттоһы, 1925) һәм «Эшсе» ([[М. Ғафури]] либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, шулай уҡ БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулыуға арнап, симфоник оркестр өсөн «Башҡортостан маршы» («Тантаналы марш»; (1929) һ. б. ижад итә. «Вальс», «Ҡайғы», «Пикник», «Ҡайғынан һуң шатлыҡ», «Марш», «Йәшлек» һ. б. инструменталь пьесалар; Ғ. Исхаҡиҙың «Зөләйхә», Ф. Бурнаштың «Таһир менән Зөһрә», Ғ. Рәхимдең «Буҙйегет», М. Джанандың «Шаһнамә» һ. б. спектаклдәргә музыка; [[М. Хәй]] һүҙҙәренә «Ҡурай» һәм а cappella хоры өсөн «Кәкүк» вокаль циклы авторы; башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар менән сығыш яһай, башҡорт һәм татар милли музыкаһы тураһыда мәҡәләләр яҙа.
 
== Әҫәрҙәре ==