Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
21 юл:
== Бөгөнгө хәле ==
Бөгөнгө быуын был традициялар үҫтерә бара, сәнғәтте заманса формалар һәм проблематика менән байыҡтыра . Хәҙерге ваҡытта Союздың ижади составында Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларынан, урындағы ижади берекмәләрҙән 224 рәссам һәм сәнғәт белгестәре эшләй. . Бынан тыш, Союз эргәһендә Йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берекмәһе эшләп килә.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә күргәҙмәләр, проекттар сәнғәттең бөтә төрҙәре буйынса үҫешеү мөмкинлеге бирә. Улар араһында халыҡ-ара Триеннале баҫма графикаһында, Республика биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре, «Акварель яҙы», «Киңлек һәм форма» экспозицияһы һәм скульптура симпозиумы. Йыл һайын «Тыуған ил образы» пленэр ойошторола.
Рәссам һәм сәнғәт белгестәре киң күләмле халыҡ-ара, бөтә рәсәй, төбәк күргәҙмәләрендә республика вәкилдәре булараҡ ҡатнаша.
Күп рәссамдар дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, шулай уҡ сит ил һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа абруйлы урындар яулай.
== БР Рәссамдар союзы рәйестәре ==
|