Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
23 юл:
}}
{{Фамилиялаш|Кәримов}}
'''Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы, Фәтих Кәрим''' ([[9 ғинуар]] [[1909 йыл]] — [[19 февраль]] [[1945 йыл]]) — шағир, [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда һәләк булған шағиряугир. Сапёр взводы командиры, лейтенант. Сәйәси золом ҡорбаны.
 
== Биографияһы ==
Фәтих Әхмәтвәли улы Кәримов [[Өфө губернаһы]] [[Бәләбәй өйәҙе]]<ref name="РБ" /> [[Айыт (Бишбүләк районы)|Айыт]] ауылында [[1909 йыл]]дың [[9 ғинуар]]ында тыуған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. Йәтим ҡалғанлыҡтан [[Ҡазан]]да бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925—1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый. Студент мәлендә үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
 
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә [[СССР]] һәм ТАССР яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты [[Муса Йәлил]], шағир [[Һаҙи Таҡташ]], яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре [[Ғәлимйән Ибраһимов]], [[Ҡәүи Нәжми]], [[Мирсәй Әмир]], [[Хәсән Туфан]] һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.
 
Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төндә») ижад итә. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (1943), «Моң һәм көс» (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
37 юл:
Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кёнигсберг ҡалаһы эргәһендәге Каврен ауылы янында барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була — хәҙер Калинград өлкәһенең Еңеү (Победа) ҡасабаһы<ref>{{ОБД Мемориал|57311513}}</ref>. Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән<ref>{{ОБД Мемориал|260416694}}</ref>.
 
Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн [[үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены]] менән (үлгәндән һуң) бүләкләнә<ref>{{Подвиг Народа|25721759|title=Наградные документы}}</ref>.
 
== Хәтер ==