Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
52 юл:
|Примечания =
}}
'''Белорет районы''' ({{lang-ru|Белорецкий район}}) — [[Башҡортостан Республикаһы]]ндағы муниципаль район. 1930 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Майҙаны буйынса (11501 квадрат километр) республикала иң ҙур район.
 
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләй, республиканың көнсығышында, диңгеҙ кимәленән 564  м бейеклектә урынлашҡан. [[Бөрйән районы|Бөрйән]], [[Ғафури районы|Ғафури]], [[Архангел районы|Архангел]], [[Учалы районы|Учалы]],[[Әбйәлил районы|Әбйәлил]] райондары һәм төньяҡтан [[Силәбе өлкәһе]] менән сикләшә.
 
Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында — ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы — беҙҙең район территорияһында.
 
Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нары, Ҡумарҙаҡ, Ямантау тау һырттары.
62 юл:
Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙыляр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.
 
2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек — Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе — Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.
 
Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән. Район территорияһына Белорет ҡалаһы составындағы [[Ломовка (Башҡортостан)|Ломовка]], [[Тирлән]], [[Тоҡан (Башҡортостан)|Тоҡан]] ҡасабалары, шулай уҡ район хакимиәте ҡарамағындағы [[Инйәр (Башҡортостан)|Инйәр]], [[Үрге Әүжән]] ҡасабалары урынлашҡан.
 
Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы  — 1 км²-ға 2 кеше. Был республикала иң бәләкәй күрһәткес. Ауыл ерендә күпселек [[башҡорттар]] һәм [[урыҫтар]] йәшәй. Районда 84 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары (1989): [[Абҙаҡ (Белорет районы)|Абҙаҡ]] (2,4 мең кеше), [[Сермән]] (1,9 мең) һәм [[Үҙән]](1,7 мең кеше).
 
== Райондың билдәле шәхестәре ==
[[FileФайл:Белорет районы шәхестәре. 1996.jpg|thumb|Белорет районының Өфөлә йәшәгән шәхестәре. 1996]]
 
=== Дәүләт эшмәкәрҙәре ===
* [[Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы]] (16.08.1943), энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа [[Рәсәй Федерацияһы]] Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш [[Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Дәүләт Йыйылышы  — Ҡоролтай]] депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). [[Почёт ордены|Почёт]] (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), [[Салауат Юлаев ордены|Салауат Юлаев]] (2008) ордендары кавалеры. [[Белорет]] ҡалаһының һәм Белорет районының почётлы гражданы.
* [[Ғәзизов Чингиз Барый улы]] — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле ([[1996]]—[[2004]])
 
=== Сәнәғәт өлкәһендә ===
* [[Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы]] (1931—2018), металлург, канатсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы
* [[Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы]]  — [[Белорет металлургия комбинаты]]ның сым һуҙыу (волочильный) цехы бригадиры. Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалеры.
 
=== Яҙыусылар һәм шағирҙар ===
* [[Әлибаев Зәки Арыҫлан улы]], әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, БДПУ доценты. [[Йөйәк]] ауылынан.
* [[Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы|Ситдиҡова (Ғәйнетдинова) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы]]  — шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. [[Инйәр (ауыл)|Инйәр]] ауылынан.
* [[Сабир Шәрипов]] (20.03.1948—31.08.2018), [[башҡорт]] яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Белорет районының [[Хамматов Яныбай Хаммат улы|Яныбай Хамматов]] исемендәге (2008) һәм [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһының [[Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы|Ғәли Ибраһимов]] исемендәге премиялар лауреаты. [[Баҡый (Белорет районы)|Баҡый]] ауылынан.
* [[Дамир Шәрәфетдинов]] (29.05.1965), [[башҡорт]] яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе, [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия|Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы]] лауреаты (2012). [[Көмбә]] ауылы.
Юл 86 ⟶ 87:
 
=== Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ===
* [[Арыҫлан Мөбәрәков]] - — [[СССР]]-ҙың халыҡ артисы
* [[Заһир Исмәғилев]] - — [[СССР]]-ҙың (1982) халыҡ артисы. [[Башҡортостан Фәндәр Академияһы]] академигы..
* [[Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы]]  — Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссеры, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
* [[Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы ]] - — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның халыҡ артисы
* Ғәзизов Искәндәр  — йырсы
* [[Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы]]  — мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.
* [[Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы]]  — рәссам, Салауат Юлаев премияһы лауреаты.
 
=== Мәғариф өлкәһендә ===
* [[Миһранов Марс Шәрифулла улы]]  — техник фәндәр докторы, ӨДАТУ доценты
* [[Мөлөков Харис Яҡуп улы]]  — физик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, БДУ доценты булып эшләне.
* [[Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы]]  — педагог. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы ([[1971]])
 
== Географияһы ==
Райондың көнсығыш сите буйлап Уралтау һырты һуҙыла. Был һырттан Көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы үҙәне буйлап тау араһындағы түбәнлектәр артында, бейегерәк тау теҙмәләре: [[Әүәләк]], [[Оло Ирәмәл]] (1582 м) тау массивы менән, Баҡты Ямантау (1640 м) массивы менән  — Машаҡ, Нәре, Баштау, Юрматау, Елмәрҙәк һырттары китә. Район майҙаны 31,4 % диңгеҙ кимәленән 700 м өҫтәрәк ята. Урындың ҡалҡыу булыуы сәбәпле, йыллыҡ яуым-төшөм ҡайһы бер ерендә 700  мм етә, йыллыҡ уртаса температура 0,5°С тиклем түбәнәйә, 10°С юғары температуралы осорҙағы йылылыҡ суммаһы бейек тауҙар теҙмәһе зонаһында 900°С алып битләү һәм тау араларындағы үҙәндәрҙә 1500—1800°С тиклем тирбәлә.
 
Һыуыҡ булмаған мәл 60—70 көнгә тиклем кәмей.
 
Белорет районы Башкортостандың урманға иң бай төбәге. Урман бөтөн Майҙаны 82 % биләп тора, үҙағас запасы  — 139,6  млн. м3. Райондың иң ҡалҡыу үҙәк өлөшө күпселек көлһыу тупраҡта үҫкән ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Көнбайыштан уларға түбәндәрәк ятҡан киң япраҡлы урмандар, ә көнсығыштан ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ҡатыш урмандар бүлкәте килеп терәлә.
 
Республика тимер рудаһының төп запасы (Комарово—Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Белорет һ.б. һоро тимер ятҡылыҡтары төркөмө) ошо район территорияһында. Сәсмә алтын, магнезит, флюорит, хромит ятыштары табылған. Ҡомташ, кварцит, доломит, эзбизташ (Пугачев, Александровка) ятҡылыҡтары, цемент мергеле, утҡа сыҙамлы балсыҡ (Әхмәр, Безымянный), формовка ҡомо, охра, түбә ябыу һәүерташы ятыштары ла бар. Хлорид-натрий-кальций тибындағы Ассы минераль һыу сығанаҡтары барлығы билдәле. [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]], [[Йүрүҙән]], [[Инйәр (йылға)|Инйәр]], [[Нөгөш]], [[Еҙем]] йылғалары ошо район еренән ағып сыға. Йылға һыуының 1 га майҙаны иҫәбенә йыллыҡ ресурсы 3800 м3 етә.
 
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.
 
== Тарих ==
{{main|Белорет районы тарихы}}
Юл 114 ⟶ 116:
 
== Иҡтисад ==
 
== Сәнәғәт ==
Белорет ере  — элекке [[ҡара металлургия]] усаҡтарының береһе. Әүәлдән тороп ҡалған предприятиелар ныҡ ҡына яңыртылған һәм Белорет, Тирлән, Туҡан сәнәғәтенең нигеҙе булып тора. [[Урман хужалығы]]ның (Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән лесхоздары), ағас әҙерләүҙең (Әүжән, Белорет, Инйәр, Мулдаҡай, Нура леспромхоздары), ағас эшкәртеү, минераль сеймал (Абҙаҡ үтә ҡаты ҡырсынташ ятҡылығығы, Александровка юл ҡырсынташы, Мулдаҡай эзбизташ ятыштары, шулай уҡ балсыҡ, ҡырсынташ, эре ҡом) сығарыуҙың произврдство өлкәһендәге өлөшө ҙур.
 
== Ауыл хужалығы ==
Юл 133 ⟶ 136:
 
== Ижтимағи өлкә ==
 
== Һаулыҡ һаҡлау ==
{{Яҙырға}}
Юл 142 ⟶ 146:
Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы, асфальт түшәлгән Булгаково—Архангел—Белорет автомобиль юлы, Магнитогорск—Ишембай газ үткәргесе һәм ошо газ үткәргестең Ҡағы—Белорет тармағы киҫеп үтә. Белореттан Стәрлетамаҡҡа, Магнитогорскиға, Учалыға автомобиль юлдары бара.
 
Тар тимер юлдың айырым өлөштәре  — Белорет—Туҡан, Белорет—Тирлән аралыҡтары әлегәсә һаҡланған.
 
== Социаль-мәҙәни өлкә ==
Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 26 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 52 клуб учреждениеһы, 7 дауахана, “Ар«Ар ташы"», “Ағиҙел"«Ағиҙел» турбазалары бар. [[Асы (Белорет районы)|Асы]] ауылында А.Мөбәрәков музейы эшләй. Башҡортса “Урал"«Урал», урыҫ телендә “Белорецкий«Белорецкий рабочий"» һәм «Металлург» гәзите сыға.
 
== Ауыл биләмәһе берәмектәре ==