Квят Даниил Вячеславович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
Эре концерндарҙың йәш пилоттарға ярҙам итеү буйынса төрлө программалары талантлы үҫмер уҫышсыны тиҙ арала күреп ҡала, һәм 2009 йылдан уның карьераһының үҫешенә [[Лукойл]] нефть концерны ярҙам итә башлай, ә 2010 йылда Квят [[Red Bull Junior Team]] проекты менән контрактҡа ҡул ҡуя.<ref>{{cite web | url = http://www.f1news.ru/news/f1-54178.html | title = Даниил Квят – гонщик молодёжной программы Red Bull | author = Кабановский, Александр | date = 2009-12-04 | work = f1news.ru | publisher = | accessdate = 2011-07-05 | language = ru | archiveurl = https://www.webcitation.org/69r6DP4mi?url=http://www.f1news.ru/news/f1-54178.html | archivedate = 2012-08-12 }}</ref> Атап үтелгән компаниялар менән хеҙмәттәшлек Квят командаһына бер нисә йылға алдан карьераһының финансланыуын тәьмин итеү мөмкинлеген бирә һәм шул уҡ 2010 йылда, картинг уҙыштарында бер нисә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкәндән һуң, ул [[Гонки машин с открытыми колёсами|асыҡ тәгәрмәсле машиналарҙа уҙышыуҙа]] үҙен һынап ҡарарға ҡарар итә. Дебют миҙгеле өсөн бер юлы бер нисә кесе үҫмерҙәр серияһы һайлана — Квят [[Формула-БМВ|Формула-БМВ]] һәм ике литрлы класлы [[Формула-Рено|Формула-Рено]] техникаһында Европала һәм Азияла утыҙҙан ашыу стартта уҙыша , бында ла билдәле бер уңыштарға өлгәшә.
 
Бер йылдан һуң Квят испан уҙышсыһы Сайнс менән [[Североевропейский кубок Формулы-Рено 2.0|Төньяҡ Европа кубогы]] һәм [[Еврокубок Формулы-Рено 2.0|дөйөм Европа чемпионатында]] осраша, унда улар титул өсөн үҙ-ара сәмле көрәш алып бара, ләкин ике ярышта ла испан уҙышсыһы еңә. Кесе беренселектә Квят егерме старттың етеһендә еңеү яулай һәм һәҙәтәләһөҙөмтәлә икенсе урынға сыға, ә өлкәндәр беренселегендә ике ярышта ғына (бөтәһе ун дүрт ярыш була) уға уңыш йылмая һәм өсөнсө урын яулай — уны ла, Сайнсты ла Йозеф Кауфмандың уҙышсыларынан [[Робин Фряйнс]] уҙып китә.
 
==== «Формула-1» ====
Квят тәүге Гран-приҙарынан уҡ ҡаршы уҙышсы менән ярышырлыҡ һөҙөмтәләр күрһәтә, уға уҙыштарҙа аварияларҙан тайшаныу һәм машинаға һаҡсыл ҡараш хас, шуға ла тәүге дүрт стартта финишҡа барып етеүгә өлгәшә.
 
== Һылтанмалар ==