Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
36 юл:
==== Украина яҙыусылары эвакуацияла ====
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының күп ағзалары үҙ теләге менән фронтҡа китә.
[[File:Музей Мажита Гафури.jpg|thumb|слева|[[Мәжит Ғафури]] йәшәгән был йортта [[Бөйөк Ватан һуғышы]] осоронда (1941-1943) украин яҙыусылары союзы урынлашҡан ]]
Шул уҡ ваҡытта фашист илбаҫарҙары баҫып ингән төбәктәрҙән илдең үҙәк өлөшөнә эвакуациялау башлана. Был ижади ойошмаларға ла ҡағыла.Башҡортостанға ғилми учреждениелар, шул иҫәптән 18 фәнни институты менән УССР Фәндәр академияһы, Украинаның Композиторҙар, Рәссамдар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, Т. Шевченконың, М. Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары күсереп килтерелә. Республикаға XVI—XVIII быуаттарға ҡараған һирәк китаптар, Украина әҙәбиәте классиктары [[Н. Гоголдең]], [[И. Франконың]], [[Л. Украинка]]ның ҡулъяҙмалары, София соборы китапханаһы алып киленә. Өфөгә [[Кочерга Иван Антонович|И. Кочерга]], [[Петро Панч|П. Панч]], [[Рыльский Максим Фадеевич|М. Рыльский]], [[Сосюра Владимир Николаевич|В. Сосюра]], [[Тычина Павло|П. Тычина]], [[Яновский Юрий Иванович|Ю. Яновский]], [[Рыбак Натан Самойлович|Н. Рыбак]] һәм башҡалар күсеп килә һәм күбеһе 1944 йылда Украина Яҙыусылар Союзын кире ҡайтарғанға тиклем ошонда йәшәй, ижад итә.