Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
33 юл:
 
== Тарихы ==
=== Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ===
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының күп ағзалары үҙ теләге менән фронтҡа китә.
 
Шул уҡ ваҡытта фашист илбаҫарҙары баҫып ингән төбәктәрҙән илдең үҙәк өлөшөнә эвакуациялау башлана. Был ижади ойошмаларға ла ҡағыла.Башҡортостанға ғилми учреждениелар, шул иҫәптән 18 фәнни институты менән УССР Фәндәр академияһы, Украинаның Композиторҙар, Рәссамдар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, Т. Шевченконың, М. Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары күсереп килтерелә. Республикаға XVI—XVIII быуаттарға ҡараған һирәк китаптар, Украина әҙәбиәте классиктары [[Н. Гоголдең]], [[И. Франконың]], [[Л. Украинка]]ның ҡулъяҙмалары, София соборы китапханаһы алып киленә. Өфөгә [[Кочерга Иван Антонович|И. Кочерга]], [[Петро Панч|П. Панч]], [[Рыльский Максим Фадеевич|М. Рыльский]], [[Сосюра Владимир Николаевич|В. Сосюра]], [[Тычина Павло|П. Тычина]], [[Яновский Юрий Иванович|Ю. Яновский]], [[Рыбак Натан Самойлович|Н. Рыбак]] һәм башҡалар күсеп килә һәм күбеһе 1944 йылда Украина Яҙыусылар Союзын кире ҡайтарғанға тиклем ошонда йәшәй, ижад итә.
 
Ауыр ваҡытта Башҡортостан, башҡорт халҡы эвакуацияланып килгәндәрҙе туғандарса хәстәрлек менән ҡаршы ала. Өфөнөң Гоголь урамындағы ҡасандыр Мәжит Ғафури йәшәгән 28-се һанлы бер ҡатлы ағас йортта Украина ССР-ы Яҙыусылар Союзын урынлаштыралар.Бында төрлө саралар үткәрелә, украин яҙыусылары, журналистары унда юлайҡан да килеп сыға. Мәҫәлән, 1941 йылдың 6 октябрендә ҡәләмдәштәре бында ҙурлап күренекле драматург [[Кочерга Иван Антонович]]тың алтмыш йәшлек юбилейын билдәләйҙәр<ref> [http://ufa-gid.com/ocherki/ufimskiy-period-zhizni-ivana-kochergi.html Уфимский период жизни Ивана Кочерги]</ref>.
 
Күп йылдар үткәс тә шул саҡтағы йылы ҡараш, хәстәрлек өсөн украин яҙыусылары рәхмәт һүҙҙәре яҙып тора, әҫәрҙәрендә лә йылы итеп иҫкә ала. Мәҫәлән, Петро Панч «На Калиновом мосту» тигән әҫәрендә былай тип яҙа:
{{Цитата
|«Размещая прибывших украинцев, башкирские писатели отнеслись к нам по-братски: каждый из башкирских писателей дал пристанище украинскому писателю или его семье, художник — художнику... Александр Копыленко поселился на улице Худайбердина, густо поросшей травой, Юрий Яновский — на улице Карла Маркса. Я с семьей — у башкирского поэта Сайфи Кудаша, на Гоголевской». В годы войны С. Кудаш был председателем правления Союза писателей Башкирии, а Яков Городской — секретарем парторганизации объединенных украинского и башкирского союзов писателей. Это обстоятельство, безусловно, плодотворно сказалось на творческих контактах писателей.}}<ref>Мурат Рахимкулов. Ради жизни на земле[http://www.hrono.ru/text/2005/rahim04_05.html]</ref>
 
Украин яҙыусылары "Фронт һәм тыл" тигән серия өсөн китаптар яҙа, украин телендә гәзит-журналдар сығара. Шул уҡ ваҡытта башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен - украин теленә, ә уларҙыҡын башҡорт теленә тәржемә итеү ҙә киң ҡолас ала.
 
1943 йылдың ғинуарында барлыҡ тиерлек украин яҙыусылары Өфөгә килә: бында Украинала совет власы урынлашыуының 25 йыллығына арналған тантаналы пленум уҙғарыла. Бөтә алыҫ һәм яҡын ҡалалаларҙан, фронттарҙан, партизан отрядтарынан яҙыусы-фронтовиктар йыйылған. "Башҡортостан Совнаркомы залы пленумда ҡатнашырға теләүселәрҙе һыйҙыра алманы", - тип хәтерләй ул сараны Максим Рыльский <ref>[http://www.hrono.ru/biograf/bio_we/vasilevska_vl.phpВанда Львовна Василевская]</ref>
 
Украин яҙыусылары Башҡортостандағы украин ауылдары менән дә бәйләнеш тота. Ете экспедиция ойоштороп, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән районы украиндарының ауыҙ-тел ижадын өйрәнәләр <ref>В. Карпушенко. Дружбой едины [http://www.istoki-rb.ru/detail.php?article=2804]</ref>.
 
== Эшмәкәрлеге ==