Проект:Башҡортостан 100: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл:
 
=== Йомғаҡлау ===
# Күләме 2500 <s>3500</s> байттан артҡан мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә.
# Һәр төҙөлгән йә яҡшыртылған мәҡәлә «Сифатлы» статусы талаптарына яуап бирһә — 1 мәрәй, «Яҡшы» статусы талаптарына яуап бирһә − 3 мәрәй, «Һайланған» статусы талаптарына яуап бирһә — 5 мәрәй өҫтәлеүе ихтимал.
# Викимилеккә талаптарҙы (ирекле лицензия, бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылыу) дөрөҫ үтәп һалынған һәр һүрәт өсөн ҡатнашыусы 1 мәрәй ала. Әгәр һүрәт автор эше икән (фоторәсем, һүрәт, схема, карта), баһалама ағзалары уны өҫтәмә мәрәй менән билдәләй ала. Әгәр һүрәт юғары ҡиммәткә эйә булһа һәм бер нисә мәҡәләлә урын алһа, йә мөһим мәҡәләләге берәй әйберҙе тасуирларға мөмкинлек бирһә (әгәр уны быға тиклем «намыҫлы файҙаланыу талаптарын» ҡулланмайынса күрһәтеү мөмкинлеге булмаған икән), жюри йәнә өҫтәмә мәрәй бирә ала. Шулай итеп, һүрәт өсөн иң күбе 3 мәрәй алырға мөмкин. Вики-марафонға тәҡдим ителгән һәр һүрәт Википедияның ниндәй ҙә булһа тел бүлегенең кәмендә бер мәҡәләһендә урын алырға тейеш. Юғиһә, жюри уны иғтибарға алмаясаҡ.