Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
Редакция бигерәк тә йәштәрҙе, өлкән класс уҡыусыларын гәзиткә мәҡәләләр яҙыуға ылыҡтырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләй. Әлеге ваҡытта республика матбуғат сараларында, республикабыҙҙың ҡала һәм райондары баҫмаларында эшләп йөрөгән журналист-яҡташтарыбыҙҙың тәүге мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре тап "Торатау"ҙа донъя күрә һәм уларҙың буласаҡ яҙмышын билдәләй.
Ишембай ҡала Советы 2001 йылдың 24 майында үткән сессияһында ҡала һәм район өсөн айырым башҡорт телендә сыҡҡан "Торатау" гәзитен асыу тураһында ҡарар ҡабул итә<ref>Решение IX сесси Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.</ref>, һәм бер тауыштан М. М. Йосопованы баш мөхәррир итеп раҫлап та ҡуялар (тарихта, моғайын, беренсе тапҡыр Совет сессияһы гәзиттең баш мөхәррирен раҫлағандыр)<ref>Решение IX сесси Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.</ref>. Шулай итеп, 2001 йылдың 1 июленән. . «Торатау» башҡорт телендә айырым баҫма булып сыға. Гәзиттең тәүге баш мөхәррире - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы Йосопова. г.
 
"Восход"тың дубляжы булараҡ сыҡҡан йылдарҙа уҡ әле Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы баш мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары була, шуға ла яңы баҫмаға етәксене һайлаған саҡта һорау тыумай. Уңыштың ярты өлөшө яҡшы етәксенән, ойоштора белеүҙән тора икәнлеге билдәле. Тырыш мөхәррир үҙ командаһына тел оҫталарын йыйып районда берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан яңы баҫманың тарихын дауам итә. Штатҡа 15 кеше алына. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы матбуғатының атҡаҙанған эшмәкәрҙәре Миңлехаят Йосопова, Гөлнур Дәүләтйәрова, Гүзәл Заһиҙуллина, билдәле драматург Мөҙәрис Багаев була. Бөгөн ул йылдарҙы журналистар йылмайыу менән иҫкә алһа ла, ҡыйынлыҡтар, кәртәләр күп булды, тип белдерә. Бер-бер артлы редакцияның штаты үҙгәреп тора. Төрлө йылдарҙа баҫманы үҙ мәҡәләләре менән Буранғол Ғалин, Камил Аҙнаев, Гүзәл Янбаева, Роза Хисамова, Рузиль Килембәтов тулыландыра. Тәүге йылдарҙа гәзит биттәрендә район тормошо сағыу яҡтыртыла, хаттарға ҙур иғтибар бүленә.