Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
 
"Восход"тың дубляжы булараҡ сыҡҡан йылдарҙа уҡ әле Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы баш мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары була, шуға ла яңы баҫмаға етәксене һайлаған саҡта һорау тыумай. Уңыштың ярты өлөшө яҡшы етәксенән, ойоштора белеүҙән тора икәнлеге билдәле. Тырыш мөхәррир үҙ командаһына тел оҫталарын йыйып районда берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан яңы баҫманың тарихын дауам итә. Штатҡа 15 кеше алына. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы матбуғатының атҡаҙанған эшмәкәрҙәре Миңлехаят Йосопова, Гөлнур Дәүләтйәрова, Гүзәл Заһиҙуллина, билдәле драматург Мөҙәрис Багаев була. Бөгөн ул йылдарҙы журналистар йылмайыу менән иҫкә алһа ла, ҡыйынлыҡтар, кәртәләр күп булды, тип белдерә. Бер-бер артлы редакцияның штаты үҙгәреп тора. Төрлө йылдарҙа баҫманы үҙ мәҡәләләре менән Буранғол Ғалин, Камил Аҙнаев, Гүзәл Янбаева, Роза Хисамова, Рузиль Килембәтов тулыландыра. Тәүге йылдарҙа гәзит биттәрендә район тормошо сағыу яҡтыртыла, хаттарға ҙур иғтибар бүленә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
[[Категория:Башҡортостан матбуғаты]]