Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфо
53 юл:
| автограф =
}}
'''Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы''' ([[16 август]] [[1943 йыл]]) — энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа [[Рәсәй Федерацияһы]] Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш [[Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). [[Почёт ордены|Почёт]] (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), [[Салауат Юлаев ордены|СлауатСалауат Юлаев]] (2008) ордендары кавалеры. [[Белорет]] ҡалаһы һәм [[Белорет районыныңрайоны]]ның почётлы гражданы.
 
== Биографияһы ==
Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов 1943 йылдың 16 авгусында [[Башҡорт АССР-ы]]ның Белорет районы Береш ауылында тыуған. Иваново энергетика институтын тамамлағандан һуң (1970) Белорет электр бүлеү селтәрҙәрендә эшләй, 1979 йылдан алып [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты]] инструкторы, 1985 йылдан — Үҙәк электр бүлеү селтәрҙәре директоры урынбаҫары, 1987 йылдан — «[[Башкирэнерго]]» берекмәһенең «Энерготехсервис» предприятиеһы баш инженеры, 1994 йылдан — [[Өфө]] ҡала электр селтәрҙәре директоры, 1997 йылдан — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1998 йылдан — [[Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] Премьер—министрының 1—се урынбаҫары, 1999 йылдан — Премьер—министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил, 2011 йылдан башлап — «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле. Башҡорстан Республикаһы 2—се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты.