Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
Белемде Тажетдин Ялсығол ауыл мәҙрәсәһендә һәм Төркиәлә ала. Мулла, мөдәрис булып эшләгән йылдарында ижадҡа, ғилми эшмәкәрлеккә тартыла. Шул замандың күпселек уҡымышлылары кеүек, дини-реалистик ҡарашта булып, суфыйсылыҡты үҙ итә. Әммә әҙиптең донъяға ҡарашында ғәҙәти тормошҡа тап килгән фекерҙәр ҙә күп. Уның ҡаршылыҡлы ҡараштары шул заман тарихы, ижтимағи-сәйәси мөхите менән бәйле.
 
Тажетдин Ялсығолдоң әҙәби эшмәкәрлегендә суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең йоғонтоһо көслө. Уның тормошонда бигерәк тә үзбәк шағиры Аллаяр суфыйҙың ижады айырым урын алып тора. Тажетдин Ялсығол, күп телдәрҙе яҡшы белгәнгә күрә, үҙ әҫәрен ижад итеүгә ҡарағанда, бынан алда йәшәгән башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, нигеҙҙә, дини китаптарҙы тәржемә итеүгә, уларға аңлатмалар яҙыуға өҫтөнлөк бирә. Ул «Кафиәт әл-ҡасидә», «Тәғаллем әс-салат», «Шрут әс-салат» тигән боронғо дини китаптарға аңлатмалар яҙа. Шулай уҡ, «Ғоссам», «Кафиә», «Фәуаи-дөз зияиә» кеүек яҙмаларҙы эшкәртеп, бер китапҡа туплай.<ref>Вилданов Ә. Х. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди//Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Т.1. - Өфө. Башҡортостан Китап нәшриәте. 1990. 458 б.</ref>
 
Тажетдин Ялсығол эшкәрткән ун бишләп китап педагогика, медицина, юриспруденция, этика, әҙәбиәт өлкәләрен үҙ эсенә ала. Әммә Тажетдин Ялсығолдо әҙәбиәт донъяһында киң танытҡан «Рисаләи Ғәзизә» әҫәре айырым урында тора. Иң яратҡан ҡыҙының исеме менән аталған әҫәр ҡулъяҙма көйө бик тиҙ тарала, мәҙрәсәләрҙә уҡыу китабы урынына ҡулланыла.
«Рисаләи Ғәзизә» 1847 йылда Петербургта баҫыла һәм шунан һуң ҙур тираждар менән донъя күрә һәм үҙ осороноң иң популяр әҫәрҙәренең береһенә әүерелә. Әҙиптең шиғырҙары донъяла ғәҙел йәшәргә, үҙ ҡул көсөң менән көн күрергә, кеше көсөнән файҙаланмаҫҡа, әҙәмдәрҙе рәнйетмәҫкә өндәй.
 
1976 йылда Әлшәй районында «Рисаләи Шәрифә» исемле ҡулъяҙма әҫәр табыла. Ул 1870 йылда күсерелгән, күләм ҙур ғына, теле төркисә.<ref>Вилданов Ә. Х. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди//Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Т.1. - Өфө. Башҡортостан Китап нәшриәте. 1990. 458 б.</ref> Тажетдин Ялсығолдоң тағы ла бер киң танылыу алған әҫәре — «Тарихнамәи Болғар» (йәки «Тәуарихи Болғарийа»). Хәҙерге ваҡытта төрлө ғилми китапханаларҙа, архивтарҙа уның тиҫтәләгән күсермәләре һаҡлана. Тажетдин Ялсығол үҙе әйткәнсә, әҙип был әҫәрендә «бабаларымызның яза килгән нәмәләрен», шәжәрәләрен киң йәлеп итә. Был әҫәр Тажетдин Ялсығол ижадының бөтөнләй икенсе, беҙҙең өсөн мөһим үҙенсәлекле яғын аса.
 
«Тәуарихи Болғарийа»ны Тажетдин 1805 йылда яҙа. Уны яҙғанда Тажетдин «Сыңғыҙнамә», «Тәуарихи диуаир», «Фәрхаднамә» һәм башҡа әҫәрҙәрҙәге тарихи мәғлүмәттәрҙе файҙалана.<ref>[http://ufagen.ru/bashkir/shejere_bash/tarikh_bulgar ТАРИХ НАМА-И БУЛГАР]</ref>. «Тарихнамәи Болғар»ға әҙип үҙ нәҫеленең шәжәрәһен дә индерә. Унда тарихи шәхестәр, тарихи ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәр өҫтөнлөк ала. Хатта 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы һәм унда башҡорттарҙың хәл иткес роль уйнауҙары телгә алына. Әҙип төҙөгән Әйле ырыуы шәжәрәһе тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Шәжәре теленең ябайлығы, автор ҡәләменең шымалығы ла күҙгә ташлана. Ғөмүмән, Тажетдин Ялсығол ижады үҙенең рухы менән үҙған ике быуат араһындағы әҙәби процестан айырылғыһыҙ. Был әҫәрендә әҙип үҙен тарихсы, этнограф, хатта әҙәбиәтсе булараҡ та күрһәтә.