Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
54 юл:
 
«Тәуарихи Болғарийа»ны Тажетдин 1805 йылда яҙа. Уны яҙғанда Тажетдин «Сыңғыҙнамә», «Тәуарихи диуаир», «Фархағнамә» һәм башҡа әҫәрҙәрҙәге тарихи мәғлүмәттәрҙе файҙалана.<ref>[http://ufagen.ru/bashkir/shejere_bash/tarikh_bulgar ТАРИХ НАМА-И БУЛГАР]</ref>. «Тарихнамәи Болғар»ға әҙип үҙ нәҫеленең шәжәрәһен дә индергән. Унда тарихи шәхестәр, тарихи ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәр өҫтөнлөк ала. Хатта 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы һәм унда башҡорттарҙың хәл иткес роль уйнауҙары телгә алына. Әҙип төҙөгән Әйле ырыуы шәжәрәһе тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Шәжәре теленең ябайлығы, автор ҡәләменең шымалығы ла күҙгә ташлана. Ғөмүмән, Тажетдин Ялсығол ижады үҙенең рухы менән үҙған ике быуат араһындағы әҙәби процестан айырылғыһыҙ. Был әҫәрендә әҙип үҙен тарихсы, этнограф, хатта әҙәбиәтсе булараҡ та күрһәтә.
 
== Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре ==
* Рисаләи Ғәзизә. СПб., 1847.
* Рисаләи Ғәзизә. Фи шәрх «Сөбател гаҗизин». Казан, 1908.
* ''[[Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы|Ғәләүетдинов И. Г.]]'' «Тарих намаи булгар» Таджетдина Ялсыгулова. 2-е изд., перераб. и доп. — Уфа: Китап, 1998.
 
== Балалары ==