Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл:
1976 йылда Әлшәй районында «Рисаләи Шәрифә» исемле ҡулъяҙма әҫәр табыла. Ул 1870 йылда күсерелгән, күләм ҙур ғына, теле төркисә. Тажетдин Ялсығолдоң тағы ла бер киң танылыу алған әҫәре — «Тарихнамәи Болғар» (йәки «Тәуарихи Болғарийа»). Хәҙерге ваҡытта төрлө ғилми китапханаларҙа, архивтарҙа уның тиҫтәләгән күсермәләре һаҡлана. Тажетдин Ялсығол үҙе әйткәнсә, әҙип был әҫәрендә «бабаларымызның яза килгән нәмәләрен», шәжәрәләрен киң йәлеп итә. Был әҫәр Тажетдин Ялсығол ижадының бөтөнләй икенсе, беҙҙең өсөн мөһим үҙенсәлекле яғын аса.
 
«Тәуарихи Болғарийа»ны Тажетдин 1805 йылда яҙа. Уны яҙғанда Тажетдин «Сыңғыҙнамә», «Тәуарихи диуаир», «Фархағнамә» һәм башҡа әҫәрҙәрҙәге тарихи мәғлүмәттәрҙе файҙалана.<ref>[http://ufagen.ru/bashkir/shejere_bash/tarikh_bulgar ТАРИХ НАМА-И БУЛГАР]</ref>. «Тарихнамәи Болғар»ға әҙип үҙ нәҫеленең шәжәрәһен дә индергән. Унда тарихи шәхестәр, тарихи ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәр өҫтөнлөк ала. Хатта 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы һәм унда башҡорттарҙың хәл иткес роль уйнауҙары телгә алына. Әҙип төҙөгән Әйле ырыуы шәжәрәһе тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Шәжәре теленең ябайлығы, автор ҡәләменең шымалығы ла күҙгә ташлана. Ғөмүмән, Тажетдин Ялсығол ижады үҙенең рухы менән үҙған ике быуат араһындағы әҙәби процестан айырылғыһыҙ. Был әҫәрендә әҙип үҙен тарихсы, этнограф, хатта әҙәбиәтсе булараҡ та күрһәтә.
 
== Балалары ==