Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
Тажетдин Ялсығолдоң тыуған төйәге аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның «Тәуарихи Булғарийа» («Таварих-и Булгария») әҫәрендә бирелгән шәжәрәһенә ярашлы ул атаһы менән [[Әй (йылға)|Әй]] һәм [[Большая Арша|Арша]] йылғалары араһында ятҡан Ҡурмаш-Йылға ауылында тыуа (хәҙерге [[Силәбе өлкәһе|Силәбе өлкәһе]]). Әҙип «Рисаләи Ғәзизә» китабында «аҙ аҙыҡлы, күп яҙыҡлы күҙәй халҡының (ырыуының) ғалимы» тип тә атай үҙен. Күҙәй — әйле ырыуының бер тармағы. Башҡорттоң был ырыуы борон Көнбайыш Башҡортостан, Зәй, Ыҡ йылғалары буйҙарында төйәк итә.
 
Шәжәрәһе Тажетдин Ялсығолдоң сығышына ла бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Унда ул үҙен «булғар иштәге» тип атай һәм үҙенең [[Башҡорт ырыуҙары|башҡорт ырыуы]] [[Әйле ырыуы|Әйленең]] тыныш араһына ҡарауын атап үтә. Булған сығанаҡтарға таянып, уның яҡынса тыуған йылын билдәләп була — 1767 йәки 1768 йыл. Бала сағында Тажетдин атаһы менән бик күп сәйәхәт итә. Мәҫәлән, 1775—1776 йылдар тирәһендә улар, тыуған яҡтарын ҡалдырып, сәфәргә сыға. Тажетдиндең атаһы [[Хаж]] ҡылырға ниәтләй. Был сәфәр бик күп ваҡытты ала. 1776 йылдан 1781 йылға тиклем Әстерханда, шунан Дағстанда булалар.Тик 1781 йылда ғына Таджетдин атаһы менән [[Ғосман империяһы|Ғосман Империяһына]] барып етә, Тажетдин [[Диярбакыр]] ҡалаһында тороп ҡала, ә Ялсығол юлын дауам итә. Тажетдин Әбд-әш-Шөкөр әфәнделә уҡый. Тажетдиндың яҙмаһы буйынса ул Диярбакырҙа ун дүрт йыл йәшәй, әммә [[Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы|Ғәләүетдинов И. Ғ.]], күрәһең, дүрт йыл тураһында һүҙ баралыр, тип билдәләй. Аҙаҡ, атаһы Хаж сәфәренән ҡайтышлай, Тажетдин атаһы менән был ҡалала тағы ике йыл йәшәй. Артабан Әстерханда бер йыл, Мәскәүҙә алты ай булалар ҙа Ҡаҙан аша тыуған яҡтарына — Троицкиға юлланалар. Әммә Ҡаҙандан сыҡҡанда уҡ Тажетдиндың атаһы ауырый башлай һәм [[Мамадыш өйәҙе|Мамадыш өйәҙенең]] Урта Сөн ауылында вафат була. Тажетдин, атаһының васыятына тоғро ҡалып, атаһының зыяратын ташламай, шул төбәктә төпләнә. Өйләнә, балалар тәрбиәләп, байтаҡ йылдар уҡытыу һәм сирлеләрҙе дауалау эше менән шөғөлләнә<ref>''Галяутдинов И. Г.'' Ялсыгул // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.7. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. С.453.</ref>. Һуңғараҡ ул ғаиләһе менән Мәлем (хәҙер Татарстан Республикаһының Зәй районы Үрге Нәлим ауылы) ауылына күсә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда мулла була. 1838 йылдың йәйендә (26 июндә) ИмәнлеИмәнлебаш ауылына сирле кешене дауаларға барғанында юлда вафат була һәм шул ауыл зыяратына ерләнә.
 
== Белеме һәм ижади эшмәкәрлеге ==