Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
46 юл:
Белемде Тажетдин Ялсығол ауыл мәҙрәсәһендә һәм Төркиәлә ала. Мулла, мөдәрис булып эшләгән йылдарында ижадҡа, ғилми эшмәкәрлеккә тартыла. Шул замандың күпселек уҡымышлылары кеүек, дини-реалистик ҡарашта булып, суфыйсылыҡты үҙ итә. Әммә әҙиптең донъяға ҡарашында ғәҙәти тормошҡа тап килгән фекерҙәр ҙә күп. Уның ҡаршылыҡлы ҡараштары шул заман тарихы, ижтимағи-сәйәси мөхите менән бәйле.
 
Тажетдин Ялсығолдоң әҙәби эшмәкәрлегендә суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең йоғонтоһо көслө. Уның тормошонда бигерәк тә үзбәк шағиры Аллаяр суфыйҙың ижады айырым урын алып тора. Тажетдин Ялсығол, күп телдәрҙе яҡшы белгәнгә күрә, үҙ әҫәрен ижад итеүгә ҡарағанда, бынан алда йәшәгән башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, нигеҙҙә, дини китаптарҙы тәржемә итеүгә, уларға аңлатмалар яҙыуға өҫтөнлөк бирә. Ул «Кафиәт әл-ҡасидә», «Тәғаллем әс-салат», «Шрут әс-салат» тигән боронғо дини китаптарға аңлатмалар яҙа. Шулай уҡ, «Ғоссам», «Кафиә», «Фәуаи-дөз зияиә» кеүек яҙмаларҙы эшкәртеп, бер китапҡа туплай.
 
Тажетдин Ялсығол эшкәрткән ун бишләп китап педагогика, медицина, юриспруденция, этика, әҙәбиәт өлкәләрен үҙ эсенә ала. Әммә Тажетдин Ялсығолдо әҙәбиәт донъяһында киң танытҡан «Рисаләи Ғәзизә» әҫәре айырым урында тора. Иң яратҡан ҡыҙының исеме менән аталған әҫәр ҡулъяҙма көйө бик тиҙ тарала, мәҙрәсәләрҙә уҡыу китабы урынына ҡулланыла.