Зәкиев Мирфәтих Зәки улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
9 юл:
Мәктәпте тик «бишле»гә генә тамамлап, 1946 йылда Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә һәм 1951 йылда уны ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, аспирантурала ҡалдырыла.
 
1954 йылда «Хәҙерге татар әҙәби телендә хәбәр» («Сказуемое в современном татарском литературном языке») тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан 1960 йылға ҡәҙәр Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. «Татар теленең синтаксисы», «Татар теленең барлыҡҡа килеү тарихы», «Аҙ һанлы милли халыҡтар телдәренең яңырыу һәм үҫеш проблемалары» тигән курстарҙы уҡыта. Эш дәүерендә күп кенә телдәр грамматикалары менән танышҡандан һуң «Синтаксический строй татарского языка» тигән битлек монография яҙа, ул докторлыҡ диссертацияһы булып баһалана, һәм автор уны 1963 йылда уңышлы яҡлай.
 
Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге:
 
* 1960—1965 йылдар — Ҡазан дәүләт университетының татар теле кафедраһы мөдире;
* 1965—1967 йылдар — Ҡазан дәүләт педагогия институтының фән буйынса проекторы;
* 1967—1986 йылдар — Ҡазан дәүләт педагогия институты ректоры; шул иҫәптән 1968—1986 йылдарҙа — институттың татар тел белеме кафедраһы мөдире;
* 1986—1996 йылдар — СССР Фәндәр Академияһының Ҡазан филиалы (1992 йылдан — Татарстан Фәндәр Академияһы) Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты директоры;
* 1996—2000 йылдар — Татарстан Фәндәр Академияһының Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры;
* 1992—2002 йылдар — Татарстан Фәндәр Академияһының гуманитар бүлеге академик-секретары.
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
 
== Төп ғилми хеҙмәттәре ==