Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
Тажетдин Ялсығолдоң тыуған төйәге аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның «Тәуарихи Булғарийа» («Таварих-и Булгария») әҫәрендә бирелгән шәжәрәһенә ярашлы ул атаһы менән [[Әй (йылға)|Әй]] һәм [[Большая Арша|Арша]] йылғалары араһында ятҡан Ҡурмаш-Йылға ауылында тыуа (хәҙерге [[Силәбе өлкәһе|Силәбе өлкәһе]]). Әҙип «Рисаләи Ғәзизә» китабында «аҙ аҙыҡлы, күп яҙыҡлы күҙәй халҡының (ырыуының) ғалимы» тип тә атай үҙен. Күҙәй — әйле ырыуының бер тармағы. Башҡорттоң был ырыуы борон Көнбайыш Башҡортостан, Зәй, Ыҡ йылғалары буйҙарында төйәк итә.
 
Шәжәрәһе Тажетдин Ялсығолдоң сығышына ла бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Унда ул үҙен «булғар иштәге» тип атай һәм үҙенең [[Башҡорт ырыуҙары|башҡорт ырыуы]] [[Әйле ырыуы|Әйленең]] тыныш араһына ҡарауын атап үтә. Булған сығанаҡтарға таянып, уның яҡынса тыуған йылын билдәләп була — 1767 йәки 1768 йыл. Бала сағында Тажетдин атаһы менән бик күп сәйәхәт итә. Мәҫәлән, 1775—1776 йылдар тирәһендә улар, тыуған яҡтарын ҡалдырып, сәфәргә сыға. Тажетдиндең атаһы [[Хаж]] ҡылырға ниәтләй. Был сәфәр бик күп ваҡытты ала. 1776 йылдан 1781 йылға тиклем Әстерханда, шунан Дағстанда булалар.Тик 1781 йылда ғына Таджетдин атаһы менән [[Ғосман империяһы|Ғосман Империяһына]] барып етә, Тажетдин [[ДиарбәкерДиярбакер]] ҡалаһында тороп ҡала, ә Ялсығол юлын дауам итә.