Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл:
== Биографияһы ==
 
Тажетдин Ялсығолдоң тыуған төйәге аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның «Тәуарихи Булғарийа» («Таварих-и Булгария») әҫәрендә бирелгән шәжәрәһенә ярашлы ул атаһы менән [[Әй (йылға)|Әй]] һәм [[Большая Арша|Арша]] йылғалары араһында ятҡан Ҡурмаш-Йылға ауылында тыуа (хәҙерге [[Силәбе өлкәһе|Силәбе өлкәһе]]). Әҙип «Рисаләи Ғәзизә» китабында «аҙ аҙыҡлы, күп яҙыҡлы күҙәй халҡының (ырыуының) ғалимы» тип тә атай үҙен. Күҙәй — әйле ырыуының бер тармағы. Башҡорттоң был ырыуы борон Көнбайыш Башҡортостан, Зәй, Ыҡ йылғалары буйҙарында төйәк итә.
 
Шәжәрәһе Тажетдин Ялсығолдоң сығышына ла бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Унда ул үҙен «булғар иштәге» тип атай һәм үҙенең [[Башҡорт ырыуҙары|башҡорт ырыуы]] [[әйленең]] тыныш араһына ҡарауын атап үтә. Булған сығанаҡтарға таянып, уның яҡынса тыуған йылын билдәләп була — 1767 йәки 1768 йыл. Бала сағында Тажетдин атаһы менән бик күп сәйәхәт итә. Мәҫәлән, 1775—1776 йылдар тирәһендә улар, тыуған яҡтарын ҡалдырып, сәфәргә сыға. Тажетдиндең атаһы [[Хаж]] ҡылырға ниәтләй. Был сәфәр бик күп ваҡытты ала. 1776 йылдан 1781 йылға тиклем Әстерханда, шунан Дағстанда булалар.Тик 1781 йылда ғына Таджетдин атаһы менән [[Ғосман империяһы|Ғосман Империяһына]] барып етә, Тажетдин [[Диарбәкер]]ҡалаһында тороп ҡала, ә Ялсығол юлын дауам итә.
 
Тажетдин Ялсығол (Тажетдин Ялсығол улы әл-Башҡорди) — әйле башҡорто, «Тәүарихи Болғарийа» әҫәрендәге шәжәрәла асыҡтан-асыҡ был турала әйтелә. «Рисаләи Ғәзизә» китабында «аҙ аҙыҡлы, күп яҙыҡлы күҙәй халҡының (ырыуының) ғалимы» тип тә атай үҙен. Күҙәй — әйле ырыуының бер тармағы. Башҡорттоң был ырыуы борон Көнбайыш Башҡортостан, Зәй, Ыҡ йылғалары буйҙарында төйәк итә.
 
Тажетдиндың атаһы Ялсығол (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Яҡшығол) заманына күрә бик уҡымышлы кеше була<ref>Тажетдиндең ҡәбер ташына атаһының исеме Яҡшығол тип яҙылған. Р. Фәхретдинов «Аҫар» китабында уның исемен, атаһының исемен шулай атай: Тажетдин бине Яҡшығол әл-Болғари әл-Иштәки.</ref>. Бик күп сәфәр ҡыла, хажға бара. Бер саҡ Тажетдин дә атаһы менән сәфәргә сыға. Ҡарғалы, Әстерхан, Дағстан аша Төркиәгә етеп, Диарбәкер ҡалаһында улын ҡалдырып, Ялсығол юлын үҙе генә дауам итә. Тажетдин, атаһының сәфәрҙән килеүен көтөп, шунда уҡый, Истанбулда ла була. Тажетдин атаһы менән был ҡалала тағы ла ике йыл йәшәй. Артабан Әстерханда бер йыл, Мәскәүҙә алты ай булалар ҙа Ҡаҙан аша тыуған яҡтарына — Троицкиға юлланалар. 1785 йылда Зәй буйындағы Кесе Сөн ауылында атаһы вафат була. Тажетдин, атаһы зыяратын ташламай, ошонда төпләнә. Өйләнә, балалар тәрбиәләп, байтаҡ йылдар уҡытыу эше менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ ул ғаиләһе менән Зәй буйындағы Мәлем ауылына күсә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда мулла була. Тажетдин сирлеләрҙе дауалау менән дә шөғөлләнә, 1838 йылдың йәйендә (26 июндә) Имәнле ауылында вафат була һәм шул ауыл зыяратына ерләнә.
 
== Белеме һәм ижади эшмәкәрлеге ==