Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Мөхәррирләү|Хаят Йосопова1|13.08.2018}}
 
{{Учёный
| Имя = Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди
Юл 22 ⟶ 20:
}}
 
'''Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди''' ([[1767]] йә 1768  — [[26 июнь]] [[1836]], Имәнлебаш ауылы, [[Минзәлә өйәҙе]], [[Ырымбур губернаһы]]<ref name="Х" />) — [[башҡорт]] суфый-шағиры, яҙыусы һәм тарихсы.
 
== Биографияһы ==
 
Үҙе төҙөгән һәм «Тәүарихи Болғарийа» әҫәренә индерелгән шәжәрә буйынса, Тажетдин Ялсығол (Тажетдин Ялсығол улы әл-Башҡорди)  — әйле башҡорто. «Рисаләи Ғәзизә» китабында ул үҙен «аҙ аҙыҡлы, күп яҙыҡлы күҙәй халҡының (ырыуының) ғалимы» тип тә атай. Күҙәй  — әйле ырыуының бер тармағы. Улар борон Көнбайыш Башҡортостан, Зәй, Ыҡ йылғалары буйҙарында көн итә.
 
Тажетдиндың атаһы Ялсығол (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа  — Яҡшығол) заманаһы өсөн уҡымышлы кеше була<ref>Тажетдиндең ҡәбер ташына атаһының исеме Яҡшығол тип яҙылған. Р. Фәхретдинов «Аҫар» китабында уның исемен, атаһының исемен шулай атай: Тажетдин бине Яҡшығол әл-Болғари әл-Иштәки.</ref>. Күп сәфәрҙә йөрөй, хажға бара. Бер барғанында улы Тажетдинде лә үҙе менән ала. Ҡарғалынан ары Әстерхан, Дағстан аша Төркиәгә етеп, Диарбәкер ҡалаһында улын ҡалдырып, Ялсығол юлын үҙе генә дауам итә. Тажетдин атаһы оҙон сәфәрҙән әйләнеп килгәнсе шул ҡалала уҡый, Истанбулда ла була. Шунда аталы-уллы ике йыл йәшәгәс, тыуған илдәренә юл тотоп, башта Әстерханға килеп, унда бер йыл торалар, алты ай Мәскәүҙә булалар һәм Мәкәрйә, Ҡаҙан аша тыуған яҡтарына  — Троицкиға йүнәләләр. Ләкин 1785 йылда Зәй буйындағы Кесе Сөн тигән ауылда атаһы вафат булғас, Тажетдин, атаһы зыяратын ташламай, ошонда төпләнеп ҡала. Атаһының: «Шарттарымды үтәмәһәң, әдәп разый түгелмен»,  — тип әйткән һүҙен һәм үҙенең вәғәҙәһен тотоп, шунда Зәй буйҙарында йәшәй. Ҡыҙыл Сапсаҡ ауылында өйләнеп, балалар тәрбиәләп, байтаҡ йылдар уҡытыу эше менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ ул ғаиләһе менән шул уҡ Зәй буйындағы Мәлем тигән ауылға күсеп килә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда мулла булып тора. Тажетдин сирлеләрҙе дауалау менән дә шөғөлләнә, 1838 йылдың йәйендә (26 июндә) Имәнле ауылында вафат була һәм шул ауыл зыяратына ерләнә.
 
== Белеме һәм ижади эшмәкәрлеге ==
Юл 34 ⟶ 32:
Белемде Тажетдин Ялсығол ауыл мәҙрәсәһендә һәм Төркиәлә ала. Мулла, мөдәрис булып эшләгән йылдарында ижадҡа, ғилми эшмәкәрлеккә тартыла. Үҙ дәүеренең күпселек әһелдәре кеүек, бер ҡараһаң, дини-реалистик ҡарашта булып, суфыйсылыҡты алға һөрә. Ләкин, икенсе ҡараһаң, уның ҡараштарында донъяуи ерлекле, реаль тормош ҡанундарына нигеҙләнгән мотивтар ҙа байтаҡ. Әҙиптең ошондай ҡаршылыҡлы ҡараштары шул заман тарихы, ижтимағи-сәйәси мөхите менән бәйле.
 
Тажетдин Ялсығолдоң әҙәби эшмәкәрлегендә суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең йоғонтоһо көслө. Уның тормошонда бигерәк тә үзбәк шағиры Аллаяр суфыйҙың ижады айырым урын алып тора. Ғөмүмән Тажетдин Ялсығол күп телдәрҙе камил белә, шуға ла үҙ әҫәрен ижад итеүгә ҡарағанда, уға тиклем йәшәгән башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, нигеҙҙә, дини китаптарҙы тәржемә итеүгә, уларға аңлатмалар яҙыуға өҫтөнлөк бирә. Ул «Кафиәт әл-ҡасидә», «Тәғаллем әс-салат», «Шрут әс-салат» тигән боронғо дини китаптарға аңлатмалар яҙа. Шулай уҡ, «Ғоссам», «Кафиә», «Фәуаи-дөз зияиә» кеүек рисалаләрҙе эшкәртеп, бер китапҡа туплай.
 
Ғөмүмән Тажетдин Ялсығол эшкәртеүендәге ун бишләп китап педагогика, медицина, юриспруденция, этика, әҙәбиәт өлкәләрен үҙ эсенә ала. Әммә Тажетдин Ялсығолдо әҙәбиәт донъяһында киң танытҡан «Рисаләи Ғәзизә» әҫәре айырым урында тора. Иң яратҡан ҡыҙының исеме менән аталған әҫәр ҡулъяҙма көйө бик тиҙ тарала, мәҙрәсәләрҙә уҡыу китабы урынына ҡулланыла. Әҙиптең беҙҙең көндәргә килеп еткән ҡулъяҙмалары Башҡортостандағы архив фондтарында байтаҡ.
Юл 40 ⟶ 38:
«Рисаләи Ғәзизә» тәү тапҡыр 1847 йылда Петербургта баҫылып сыға һәм шунан һуң ҙур тираждар менән төрлө нәшриәттәрҙә йыл да тип әйтерлек ҡат-ҡат баҫыла һәм үҙ осороноң иң популяр әҫәрҙәренең береһенә әүрелә. Әҙип ҡайһы бер шиғырҙарында донъяла ғәҙел йәшәргә, үҙ ҡул көсөң менән көн күрергә, кеше көсөнән файҙаланмаҫҡа, әҙәмдәрҙе рәнйетмәҫкә өндәй.
 
1976 йылда СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған археографик экспедиция ваҡытында Әлшәй районында «Рисаләи Шәрифә» исемле ҡулъяҙма әҫәр табыла. Ул 1870 йылда күсерелгән, ҙур ғына күләмле, теле төркисә. Тажетдин Ялсығолдоң тағы ла бер киң танылыу алған әҫәре  — «Тарихнамәи Болғар» (йәки «Тәуарихи Болғарийа»). Хәҙерге ваҡытта төрлө ғилми китапханаларҙа, архивтарҙа уның тиҫтәләгән күсермәләре һаҡлана. Тажетдин Ялсығол үҙе әйткәнсә, әҙип был әҫәрендә «бабаларымызның яза килгән нәмәләрен», шәжәрәләрен киң йәлеп итә. Был әҫәр Тажетдин Ялсығол ижадының бөтөнләй икенсе, беҙҙең өсөн мөһим үҙенсәлекле яғын аса.
 
«Тарихнамәи Болғар»ға әҙип үҙ нәҫеленең шәжәрәһен дә индергән. Унда тарихи шәхестәр, тарихи ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәр өҫтөнлөк ала. Хатта 1773- 17751773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы һәм унда башҡорттарҙың хәл иткес роль уйнауҙары телгә алына. Әҙип төҙөгән Әйле ырыуы шәжәрәһе тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Шәжәре теленең ябайлығы, автор ҡәләменең шымалығы ла күҙгә ташлана. Ғөмүмән, Тажетдин Ялсығол ижады үҙенең рухы менән үҙған ике быуат араһындағы әҙәби процестан айырылғыһыҙ. Был әҫәрендә әҙип үҙен тарихсы, этнограф, хатта әҙәбиәтсе булараҡ та күрһәтә.
 
== Балалары ==
Юл 52 ⟶ 50:
 
== Әҙәбиәт ==
* Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том. (Өфө: [[Башҡортостан китап нәшриәте|Башҡортостан китап нәшриәте]], 1990 й., 607 б. 7000 экз.)
* Кузеев Р.  Г.  Происхождение башкирского народа.
* Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 1965.