Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
«Рисаләи Ғәзизә» тәү тапҡыр 1847 йылда Петербургта баҫылып сыға һәм шунан һуң ҙур тираждар менән төрлө нәшриәттәрҙә йыл да тип әйтерлек ҡат-ҡат баҫыла һәм үҙ осороноң иң популяр әҫәрҙәренең береһенә әүрелә. Әҙип ҡайһы бер шиғырҙарында донъяла ғәҙел йәшәргә, үҙ ҡул көсөң менән көн күрергә, кеше көсөнән файҙаланмаҫҡа, әҙәмдәрҙе рәнйетмәҫкә өндәй.
 
1976 йылда СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған археографик экспедиция ваҡытында Әлшәй районында «Рисаләи Шәрифә» исемле ҡулъяҙма әҫәр табыла. Ул 1870 йылда күсерелгән, ҙур ғына күләмле, теле төркисә була. Тажетдин Ялсығолдоң тағы ла бер киң танылыу алған әҫәре — «Тарихнамәи Болғар» (йәки «Тәуарихи Болғарийа»). Хәҙерге ваҡытта төрлө ғилми китапханаларҙа, архивтарҙа уның тиҫтәләгән күсермәләре һаҡлана. Тажетдин Ялсығол үҙе әйткәнсә, әҙип был әҫәрендә «бабаларымызның яза килгән нәмәләрен», шәжәрәләрен киң йәлеп итә. Был әҫәр Тажетдин Ялсығол ижадының бөтөнләй икенсе, беҙҙең өсөн мөһим үҙенсәлекле яғын аса.
 
== Иҫкәрмәләр ==