Зәкиев Мирфәтих Зәки улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ҡалып Ук
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
4 юл:
== Биографияһы ==
Мирфәтих Зәки улы Зәкиев 1928 йылдың 14 авгусында Татар АССР-ының Бөгөлмә контоны Бәйрәкә волосының<ref>хәҙер Татарстан Республикаһының [[Баулы районы]] биләмәләре</ref>бөгөнгө көндә бөткән Зәйпе ауылында тыуған.
 
Һуғыш осоро йәштәштәре кеүек, мәктәптә уҡыу менән бергә, егет ҡорона ингәс тә колхоз эшенә егелә: 1941 йылда көтөүсе, 1942 йылда ат ҡараусы була. 1943—1946 йылдарҙа тимерсе булып эшләй. Тырышлығы өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
 
Мәктәпте тик «бишле»гә генә тамамлап, 1946 йылда Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә һәм 1951 йылда уны ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, аспирантурала ҡалдырыла.
 
1954 йылда «Хәҙерге татар әҙәби телендә хәбәр» («Сказуемое в современном татарском литературном языке») тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан 1960 йылға ҡәҙәр Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. «Татар теленең синтаксисы», «Татар теленең барлыҡҡа килеү тарихы», «Аҙ һанлы милли халыҡтар телдәренең яңырыу һәм үҫеш проблемалары» тигән курстарҙы уҡыта. Эш дәүерендә күп кенә телдәр грамматикалары менән танышҡандан һуң «Синтаксический строй татарского языка» тигән битлек монография яҙа, ул докторлыҡ диссертацияһы булып баһалана, һәм автор уны 1963 йылда уңышлы яҡлай.
 
== Иҫкәрмәләр ==