Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52 — версиялар араһындағы айырма

* Минең маҡсатым - ҡатын-ҡыҙҙы айырым күрһәтеү ине, ә күренеклелеге түгел! Мин әле бөтәһен дә индереп өлгөрмәнем, бөтәһен дә индерергә кәрәк. Ундай исемлек төҙөү бер ни ҙә бирмәй, сөнки ҡатын-ҡыҙ тураһында мәҡәләләр өҫтәлә барасаҡ. Шуға күрә категорияны алып ташлауға риза түгелмен. Кем ул исемлекте тултыра барыр икән? --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 16:45, 11 август 2018 (UTC)
** Википедия сығанаҡтарға таянып төҙөлөргә тейеш, шунлыҡтан әгәр ошолай сығанаҡ булһа (мәҫәлән, «100 күренекле башҡорт ҡатындары исемлеге» һ.б.), уның буйынса исемлек-мәҡәлә төҙөргә була. Ә бындай категория тик буталсылыҡ һәм низағ тыуҙырасаҡ. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 16:58, 11 август 2018 (UTC)
Аңламайым - нисек буталсыҡ тыуа ала һуң ул? Ҡатын-ҡыҙ тураһында мәҡәлә яҙыла икән, ошо категорияны ҡуя барырға - шул ғына. Низағ ни сәбәпле тыуырға тейеш? Урыҫта күренекле ҡатындар күп, етмәһә, башҡа милләттәр ҙә күпләп инә. Ә башҡорт ҡатындарын профессия буйынса бүлә башлаһаң (уҡытыусы менән врачтан башҡа) - бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әлбиттә, урыҫ викиһында айырым исемлектәр эшләп була. Минең үҙемә һәр саҡ ошо категория етмәй ине [[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 18:37, 11 август 2018 (UTC)
26 017

үҙгәртеү