Яуызлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
38 юл:
 
== Европа секуляризацияһы һәм яуызлыҡ төшөнсәһенең үҙгәреше ==
Европала, [[Урта быуаттар|урта быуат]]тар аҙағынан башлап Европала дини тормоштоң кеше йәшәйешен айырым һәм үҙаллы  өлкәгә айырыу процесы көсәйә.  Бөтә Европала XVII быуат аҙағына секуляризация процестары, христианлыҡты  донъяуи  тормоштан ғәмәлдә айырыу  тамамлана.
Секуляризациялау ижтимағи социаль процестары менән бер үк ваҡытта яуызлыҡ тәбиғәте тураһындағы яңы күҙаллауҙар барлыҡҡа килә һәм рәсмиләштерелә. Яралтыусы Аллаһ урынына донъяла хәрәкәт итә һәм донъя менән фәнни һәм техник прогресс, кешенең әүҙемлеге, шәхси ҡыҙыҡһыныусанлығы етәкселек итә.
Аллаһ кешенең көндәлек тормошонан юҡҡа сыға, ә фәлсәфәлә уның урынына «фәйләсуфтар аллаһы» (Паскаль аңлатмаһы буйынса) һәм Тәүэтәргес Алла ([[Исаак Ньютон|Ньютон]], Бэкон) килә.
44 юл:
Төшөнсә булараҡ Яуызлыҡ үҙенең берҙәм йөкмәткеһен, {{comment|өҙлөкһөҙ|ежесекундный}} актуаллеген юғалта һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләре буйынса тарала. Яуызлыҡ ҡурҡыныс хөкөм тигән христиан {{comment|киләсәген|перспектива}} һәм үҙенең ваҡытлыса, тарихи, әммә ғаләм мәғәнәһен юғалта.
 
Шуға ярашлы, хәҙер яуызлыҡ кеше әүҙемлегенә, мөмкин булған оптималь социаль ойошманы {{comment|боҙоусы|нарушает, искажает}} тип, прогресҡа ҡамасаулаусы, шәхси мәнфәғәттәргә һәм интим ихтыяждарға  аяҡ салыусы тип ҡарала.
 
Яманлыҡҡа тураһында төшөнсә булараҡ ҡарағанда, аңлайышһыҙ тәбиғи осраҡлыҡ, афәт, кеше затының ҡотолғоһоҙ көйһөҙлөгө, социаль ҡабул ителерлек норманан физиологик, психик, социаль һ. б. тайпылыш эҙемтәләре тураһында боронғонан ҡалған күҙаллауҙарға кире ҡайтыу була.   </font>
 
== XX быуатта этик кризис ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Яуызлыҡ» битенән алынған