Сүрә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
26 юл:
* 1. '''Фәтиха (Китапты асыу)''' — [[Әл-Фатиха сүрәһе]] 7 аяттан тора. [[Мәккә]]лә ингән. Ҡөрьәнде башлаусы, Ҡөрьән эсенә алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөрьән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ — Фәтиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ башлаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, — бер фатиха, тигән кеүек тәғбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. Фәтиха сүрәһенән башҡа Ҡөрьән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.
* 2. '''Бәҡара (Һыйыр)''' — [[Әл-Бәҡара сүрәһе]] 286 аяттан тора. Мәҙинә ҡалаһында иңгән. «Бәҡара» — һыйыр тигән һүҙ.
* 3. '''Ғимран (Ғимран ғаиләһе)''' — [[Әлү- Ғимран сүрәһе]] 200 аяттан тора. [[Мәҙинә|Мәҙинә-и Мөнәүүәрә]] ҡалаһында иңгән. Был сүрәлә Мәрйәмдең атаһы Ғимран тураһында һөйләнелә. Исеме шунан килә.
* 4. '''Ниса (Ҡатындар)''' — [[Ән-Ниса сүрәһе]] (Ҡатындар) 176 аяттан тора. Һижрәттән һуң Мәҙинәлә иңгән. Был сүрәлә ҡатындар тураһында, йәмғиәт эсендә уларҙын хаҡтары, хоҡуҡтары, ижтимағи майҙандағы тотҡан урындары тураһында һөйләнелгәнгә күрә, «Ән-Нисә», йәғ¬ни «Ҡатындар» тип аталған.
* 5. '''Мәәидә (Табын)''' — [[Әл-Мәида сүрәһе]] 120 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә уахиҙең һуңынан ирешкән заманда индерелде. «Мәәидә» — та¬бын, дәстархан тигән һүҙҙер. 112 һәм 114 нсе аяттарҙа хәҙрәти Ғайса заманында, күктән көтөлә торған ниғмәт, ашъяулыҡ, дәстархан тураһында һөйләнелә, исеме шунан килә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сүрә» битенән алынған