Организм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
91 юл:
 
== Структура ==
Организмдар [[күҙәнәк]] тип аталған төҙөлөш һәм тереклек берәмектәренән тора. Бер күҙәнәктән (бер күҙәнәклеләр) йәки күп күҙәнәктәрҙән торалар (күп күҙәнәклеләр).
Организмдарҙың күбеһе [[күҙәнәк]] тип аталған мономер берәмектәрҙән тора. Ҡайһы берҙәре бер күҙәнәктән генә тора (бер күҙәнәклеләр), а ҡайһылар күп күҙәнәктән торалар (күп күҙәнәклеләр). ''Күп күҙәнәклеләр'', берәй аныҡ эш башҡарыу өсөн махсуслашҡан күҙәнәктәр була алалар. Махсуслашҡан күҙәнәктәр төркөмөнөң туҡыма күҙәнәктәре дүрт башлынғыс типтарҙан тора: эпителий, нервы туҡымаһы, ит туҡылаһы һәм берләштерүсе туҡыма. Бер-нисә туҡыма типтары, берәй аныҡ функция башҡарыу өсөн, орган формаһында бергә эшләй алалар (мәҫәлән, ҡан йөрөтөү өсөн — йөрәк, йәки тышҡы мөхиттән һаҡланыу өсөн — тире).
 
''Күп күҙәнәклеләрҙең'' күҙәнәктәре махсуслашҡан була. Йәғни, организм функцияларының бер өлөшөн генә үтәйҙәр. Түбән төҙөлөшлө организмдарҙа билдәле бер функцияны айырым бер күҙәнәк кенә башҡара (мәҫәлән, саҡҡыс күҙәнәктәр). Төҙөлөшө юғарыраҡ булғандарҙа махсуслашҡан күҙәнәктәр туҡымаларға берләшә (мәҫәлән, эпителиаль туҡыма, тоташтырғыс туҡыма, механик туҡыма)
 
Хайуандарҙа махсуслашҡан күҙәнәктәр дүрт төрлө туҡыма төҙөй: эпителий, нервы туҡымаһы, мускул туҡымаһы һәм тоташтырғыс туҡыма.
 
Бер-нисә төрлө туҡыма ағза барлыҡҡа килтереп (орган) берләшә.
 
Һәр ағзаның организмда үҙ урыны, формаһы, ҙурлығы була. Бер һәм бер нисә функция үтәй. Уны барлыҡҡа килтереүҙә бер йәки бер нисә туҡыма ҡатнаша. Шул туҡымаларҙың береһе өҫтөнлөк итә һәм ағзаның төп функцияһын билдәләй.
 
Мәҫәлән, йөрәкте төҙөүҙә эпителиаль, тоташтырғыс, нервы һәм мускул туҡымаһы ҡатнаша. Ләкин мускул туҡымаһы(арҡыры һыҙатлы йөрәк мускулатураһы) өҫтөнлөк итә. Йөрәк билдәле бер йышлыҡта ҡыҫҡарып, ҡанды тамырҙар буйлап ҡыуа, насос функцияһын үтәй.
 
Ағза организмдың функциональ берәмеге. Һәр ағза башҡаларынан айырымланған, ләкин бөтәһе бергә берләшеп бер бөтөнде тәшкил итә.
 
Хайуан организмында ағзалар башҡарған эштәре буйынса бер төркөмгә — ағзалар системаһына берләшә.
 
== [[Күҙәнәк|Күҙәнәктәр]] ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Организм» битенән алынған