Мидиялылар: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
{{Ук}}
[[Файл:Median_Empire.svg|мини|Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 600 йылда Мидий батшалығы]]
Уларҙың төбәккә килеүен б. э. т. 2-се мең йыллыҡ аҙағында — б. э. т. 1-се мең йыллыҡ башында иран арийҙары ҡәбиләләре миграцияһының беренсе тулҡыны менән бәйләйҙәр. Был осор төп төбәк державалары — [[Ассирия]], [[Элам]] һәм [[Бабилия|Вавилонияның]] тарҡалыуы менән тап килә. Б. э. т. X һәм б. э. т. VII быуат аҙағы араһында мидиялылар һәм фарсылар төньяҡ [[Месопотамия]]ла урынлашҡан Яңы Ассирия батшалығының ҡул аҫтында була. Ассирия батшаһы Син-шар-ишкундың (б. э. т. 633 й. — б. э. т. 612 й.) хакимлығы йомшара башлай һәм мидиялылар яһаҡ түләүҙе туҡтата. мидиялылар, фарсылар һәм башҡа халыҡтар менән берләшеп, б. э. т. 612 йылда [[Ниневия|Ниневияны баҫып ала]], был Яңы Ассирия батшалығының б. э. т. 605 йылда таҡалыуына килтерә. Һөҙөмтәлә баш ҡалаһы Экбатана булған Мидия батшалығы барлыҡҡа килә, ул Вавилония, [[Лидия]] һәм Мысыр менән бер рәттән Боронғо Яҡын Көнсығыштың төп сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә.
|