Мидиялылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Уларҙың төбәккә килеүен б. э. т. 2-се мең йыллыҡ аҙағында — б. э. т. 1-се мең йыллыҡ башында иран арийҙары ҡәбиләләре миграцияһының беренсе тулҡыны менән бәйләйҙәр. Был осор төп төбәк державалары — [[Ассирия]], [[Элам]] һәм [[Бабилия|Вавилонияның]] тарҡалыуы менән тап килә. Б. э. т. X һәм б. э. т. VII быуат аҙағы араһында мидиялылар һәм фарсылар төньяҡ [[Месопотамия]]ла урынлашҡан Яңы Ассирия батшалығының ҡул аҫтында була. Ассирия батшаһы Син-шар-ишкундың (б. э. т. 633 й. — б. э. т. 612 й.) хакимлығы йомшара башлай һәм мидиялылар яһаҡ түләүҙе туҡтата. мидиялылар, фарсылар һәм башҡа халыҡтар менән берләшеп, б. э. т. 612 йылда [[Ниневия|Ниневияны баҫып ала]], был Яңы Ассирия батшалығының б. э. т. 605 йылда таҡалыуына килтерә. Һөҙөмтәлә баш ҡалаһы Экбатана булған Мидия батшалығы барлыҡҡа килә, ул Вавилония, [[Лидия]] һәм Мысыр менән бер рәттән Боронғо Яҡын Көнсығыштың төп сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә.
 
Экбатананан башҡа мидиялыларҙың Лаодикея, Рага һәм {{Тәржемәһеҙ 5|Апамея (Мидия)|Апамея|4=Apamea (Media)}} тигән эре ҡалалары була. [[Геродот]] «Тарихына» [[Геродот|я]]<nowiki/>рашлы, мидиялылар 6 ҡәбиләгә бүленә — бустар, паретакендар, струхаттар, аризанттары, будиҙар һәм магтар<ref>Геродот. Книга 1. Клио. 101.</ref>. Б. э. т. 553 йылда МаидияныМидияны [[Бөйөк Кир II|Бөйөк Кир]] яулап ала.
 
== Тарихы ==
Мидия ҡәбиләләре тарихта б. э. т. IX быуат башынан билдәле, улар Иранға [[Үҙәк Азия|Урта Азиянан]] (икенсе версия буйынса, [[Каспий диңгеҙе|Каспий диңгеҙе тирәһенән]], Төньяҡ Кавказдан) күсенеп ултырған. Артабанғы быуатта мадайҙармидийлылар әкренләп бик боронғо замандарҙан Иран территорияһын биләгән арий булмаған гутий, лулубей һәм кассит ҡәбиләләрен ассимиляцияға дусар итә. IX быувт аҙағында — б. э. т. VIII быуат башында Мидияны ассирийҙар яулап ала, әммә б. э. т 673 йылдар тирәһендә Каштарити етәкселегендә мадайҙар баш күтәрә һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулай.
 
Ошонан һуң Мидияға судья Дайукку нигеҙ һалған урындағы династия хакимлыҡ итә. Дайуккуның улы Фраорт [[Иран|Фәләстанды]] баҫып ала, ә уның ейәне Увахшатра (грек. Киаксар) хакимлыҡ иткәндә — мадайҙар [[Бабилия|Вавилония]] менән берлектә уғата ҙур [[Ассирия|Ассирия державаһын]] баҫып ала. Шулай итеп, Мидия хакимлығына Төньяҡ [[Месопотамия]] ла эләгә; артабан Увахшатра [[Урарту]]ны буйһондора һәм [[Кесе Азия|Кесе Азияның]] бәләкәй батшалыҡтарына һуғыш аса; оҙайлы һуғыштан һуң ул [[Лидия]] менән Галис (Ҡыҙыл-Ырмаҡ) йылғаһы буйынса ултырған [[Кесе Азия|Анатолияны]] бүлешә. Шулай итеп, Увахшатра батшалыҡ иткән осор аҙағында Мидия, хәҙерге Иран, Әрмән таулығы, Төньяҡ Месопотамия һәм Кесе Азияның көнсығышын биләгән ҡеүәтле батшалыҡҡа әүрелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мидиялылар» битенән алынған