Мидиялылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Уларҙың төбәккә килеүен б. э. т. 2-се мең йыллыҡ аҙағында — б. э. т. 1-се мең йыллыҡ башында иран арийҙары ҡәбиләләре миграцияһының беренсе тулҡыны менән бәйләйҙәр. Был осор төп төбәк державалары — [[Ассирия]], [[Элам]] һәм [[Бабилия|Вавилонияның]] тарҡалыуы менән тап килә. Б. э. т. X һәм б. э. т. VII быуат аҙағы араһында мидиялылар һәм фарсылар төньяҡ [[Месопотамия]]ла урынлашҡан Яңы Ассирия батшалығының ҡул аҫтында була. Ассирия батшаһы Син-шар-ишкундың (б. э. т. 633 й. — б. э. т. 612 й.) хакимлығы йомшара башлай һәм мидиялылар яһаҡ түләүҙе туҡтата. мидиялылар, фарсылар һәм башҡа халыҡтар менән берләшеп, б. э. т. 612 йылда [[Ниневия|Ниневияны баҫып ала]], был Яңы Ассирия батшалығының б. э. т. 605 йылда таҡалыуына килтерә. Һөҙөмтәлә баш ҡалаһы Экбатана булған Мидия батшалығы барлыҡҡа килә, ул Вавилония, [[Лидия]] һәм Мысыр менән бер рәттән Боронғо Яҡын Көнсығыштың төп сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә.
 
Экбатананан башҡа мидиялыларҙың Лаодикея, Рага һәм {{Тәржемәһеҙ 5|Апамея (Мидия)|Апамея|4=Apamea (Media)}} тигән эре ҡалалары була. [[Геродот]] «Тарихына» [[Геродот|я]]<nowiki/>рашлы, мидиялылар 6 ҡәбиләгә бүленә — бустар, паретакендар, струхаттар, аризанттары, будиҙар һәм магтар<ref>Геродот. Книга 1. Клио. 101.</ref>. Б. э. т. 553 йылда МадаяныМаидияны [[Бөйөк Кир II|Бөйөк Кир]] яулап ала.
 
== Тарихы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мидиялылар» битенән алынған