Мидиялылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
{{Бутамаҫҡа|Мадианитяне|мидианитяне}}'''Мидиялылар'''<ref name="Дьяк">Дьяконов И. М. История Мидии. М.-Л., 1956.</ref> (фарс. <nowiki>{{lang-el|Μηδία}}</nowiki>, [боронғо фарсы|иҫке фарсы]] Māda, <nowiki>[[аккад теле|ассирий теле]]</nowiki> һәм вавилонса Mādāya;  әzerice: Midiya; Farsça: مادها - — Mādhā,  ''ҡайһы берҙә:'' '''мәтәйҙәр'''),  — боронғо халыҡ,  ирандарҙан килеп сыҡҡан, тип иҫәпләнелә,  хәҙерге  [[Иран|Ирандың]]  төньяҡ-көнбайышында һәм  [[Төркиә|Төркиәнең]]  көньяҡ-көнсығышында ятҡан Мидия өлкәһендә йәшәгән. улар һөйләшкән  тел  көнбайыш-иран телдәре төркөмөнә ҡарай.
[[Файл:Median_Empire.svg|мини|Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 600 йылда Мидий батшалығы]]
Уларҙың төбәккә килеүен б. э. т. 2-се мең йыллыҡ аҙағында — б. э. т.  1-се мең йыллыҡ  башында иран арийҙары ҡәбиләләре миграцияһының беренсе тулҡыны менән бәйләйҙәр. Был осор  төп төбәк державалары  — [[Ассирия]], [[Элам]]  һәм  [[Бабилия|Вавилонияның]]  тарҡалыуы менән тап килә. Б. э. т.  X һәм  б. э. т. VII быуат аҙағы араһында мидиялылар һәм  фарсылар  төньяҡ  [[Месопотамия|Месопотамияла]] ла урынлашҡан  Яңы Ассирия батшалығының ҡул  аҫтында була. Ассирия батшаһы  Син-шар-ишкундың  (б. э. т. 633 й.  — б. э. т. 612 й.) хакимлығы йомшара башлай һәм  мидиялылар яһаҡ түләүҙе туҡтата. мидиялылар, фарсылар һәм башҡа халыҡтар менән берләшеп,  б. э. т. 612 йылда  [[Ниневия|Ниневияны баҫып ала]], был Яңы Ассирия батшалығының  б. э. т. 605 йылда таҡалыуына килтерә. Һөҙөмтәлә баш ҡалаһы  Экбатана  булған Мидия батшалығы барлыҡҡа килә, ул Вавилония, [[Лидия]]  һәм Мысыр менән бер рәттән  Боронғо Яҡын Көнсығыштың  төп сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә.
 
Экбатананан башҡа мидиялыларҙың  Лаодикея, Рага һәм  {{Тәржемәһеҙ 5|Апамея (Мидия)|Апамея|4=Apamea (Media)}}  тигән эре ҡалалары була.  [[Геродот]] «Тарихына» [[Геродот|я]]<nowiki/>рашлы, мидиялылар 6 ҡәбиләгә бүленә  — бустар, паретакендар, струхаттар, аризанттары, будиҙар һәм магтар<ref>Геродот. Книга 1. Клио. 101.</ref>. Б. э. т. 553 йылда  Мадаяны  [[Бөйөк Кир II|Бөйөк Кир]]  яулап ала.
 
== Тарихы ==
Мидия ҡәбиләләре тарихта б. э. т.  IX быуат башынан билдәле, улар Иранға [[Үҙәк Азия|Урта Азиянан]]  (икенсе версия буйынса, [[Каспий диңгеҙе|Каспий диңгеҙе тирәһенән]], Төньяҡ Кавказдан) күсенеп ултырған.  Артабанғы быуатта мадайҙар әкренләп бик боронғо замандарҙан Иран территорияһын биләгән арий булмаған  гутий, лулубей  һәм  кассит  ҡәбиләләрен ассимиляцияға дусар итә.  IX  быувт аҙағында — б. э. т.  VIII  быуат башында Мидияны ассирийҙар  яулап ала, әммә б. э. т   673 йылдар тирәһендә  Каштарити етәкселегендә  мадайҙар баш күтәрә һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулай.
 
Ошонан һуң Мидияға судья Дайукку  нигеҙ һалған урындағы династия хакимлыҡ итә. Дайуккуның улы  Фраорт  [[Иран|Фәләстанды]]  баҫып ала, ә уның ейәне Увахшатра  (грек. Киаксар) хакимлыҡ иткәндә  — мадайҙар [[Бабилия|Вавилония]]  менән берлектә  уғата ҙур  [[Ассирия|Ассирия державаһын]]  баҫып ала. Шулай итеп, Мидия хакимлығына Төньяҡ  [[Месопотамия]]  ла эләгә; артабан Увахшатра  [[Урарту|Урартуны]] ны буйһондора  һәм [[Кесе Азия|Кесе Азияның]]  бәләкәй батшалыҡтарына һуғыш аса; оҙайлы һуғыштан һуң ул  [[Лидия]]  менән  Галис (Ҡыҙыл-Ырмаҡ) йылғаһы буйынса ултырған [[Кесе Азия|Анатолияны]] бүлешә. Шулай итеп,  Увахшатра батшалыҡ иткән осор аҙағында Мидия, хәҙерге Иран, Әрмән таулығы, Төньяҡ Месопотамия һәм Кесе Азияның көнсығышын биләгән ҡеүәтле батшалыҡҡа әүрелә.
 
Экбатана<ref>[//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D0%BD Страбон]. [//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%93%D0%B5%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B0%D1%84%D0%B8%D1%8F_(%D0%A1%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D0%BD) География]. 11:13:1</ref> (хәҙер  [[Хәмәдан|Хамадан]])  — Мидияның баш ҡалаһы. Уның батшаһы «Батшалар батшаһы» титулын йөрөтә. Увахшатраның улы  Иштувегу (грек. Астиаг), батшалыҡ власын нығытырға тырышып, вельможалар араһында оппозиция барлыҡҡа килтерә. Б. э. т.  550 йылдар тирәһендә, риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Иштувегу власы менән риза булмаған вельможалар ярҙамында  Мидияны фарсы батшаһы  [[Бөйөк Кир II|Киром II]]  яулап ала. Фарсылар мидиялыларға туған була; Кир үҙе әсәһе буйынса Мидия батшалары нәҫеленә ҡарай (ул Иштувегуның ейәне), шуға ла баш күтәргән вельможалар фарсыларҙың еңеүен һарай түңкәрелеше булараҡ ҡабул итә. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланмай: әкренләп мидиялылар етәксе постарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм  Ахеменидтарҙың  державаһында тик икенсел вазифалар ғына биләргә мәжбүр була, ә Мидия үҙе ғәҙәти  сатрапияларҙың  (провинцияларҙың) береһенә әйләнә  һәм башҡа буйһондоролған халыҡтар кеүек фарсыларҡа яһаҡ түләй.   Экбатана фарсыларҙың (артабан  Парфия) батшаһының баш ҡалаһы тип иҫәпләнелә.
 
[[Искәндәр Зөлҡәрнәй|Александр Македонский]]  (Искәндәр Зөлҡәрнәй) вафатынан һуң  Мидияның һуңғы сатрабы Атурпатак (Атропат) үҙ сатрапияһының төньяғында, [[Урмия (күл)|Урмия күле]]  районында, үҙен батша тип иғлан итә, шулай итеп «Кесе Мидия», йәғни «Атропатен Мидияһы», йәки «Атропатен» дәүләтенә нигеҙ һалына. «Атропатен» һүҙенән аҙағыраҡ «Әзербайжан» топонимы барлыҡҡа килә.
 
== Мәҙәниәт ==
[[Файл:Rython_boz.jpg|мини|200x200пкс|Эсбатан ҡаҙылмаларында табылған  Алтын ритон, <ref>[//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D0%BD Страбон]. [//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%93%D0%B5%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B0%D1%84%D0%B8%D1%8F_(%D0%A1%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D0%BD) География]. 11:13:1</ref>]]
Археологик тикшеренеү һәм һәм яҙма ҡомартҡылар мидиялылар дәүләтенең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында әллә ни күп мәғлүмәт бирмәй.  Сөнки мидий телендә һаҡланған сығанаҡтар юҡ тип әйтерлек, ғәмәлдә уларҙың теле лә билдәле түгел.
 
Мидиялылар тел, дин һәм йолалар буйынса  фарсыларға  бик яҡын. Фарсылар һәм ирандар кеүек улар ҙа оҙон сәс һәм һаҡал йөрөтә,  ыштан, ҡыҫҡа итек кейә һәм билдәренә ирекле ир-егеттең айырымлылыҡ билдәһе булған  акинак (хәнйәрҙән оҙонораҡ, ә ҡылыстан ҡыҫҡараҡ ҡорал) таға.  Фарсыларҙан айырмалы улар оҙон, киң, иркен еңле курткалар кейә.  Страбон,  мидиялылар «еңле хитондар», ыштан һәм кейеҙ кәпәстәр кейгән, тип яҙа<ref>[//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D0%BD Страбон]. [//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%93%D0%B5%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B0%D1%84%D0%B8%D1%8F_(%D0%A1%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D0%BD) География]. 11:13:9</ref>.
 
Мидиялыларҙың йәйәүле ғәскәре ҡыҫҡа һөңгө һәм, ағастан үрелеп, тире менән көпләнгән ҡалҡандар менән ҡоралланған була. Ләкин йәйәүле сафта һуғышҡан фарсыларҙа айырмалы мидиялылар атлы ғәскәре менән дан тота.  Мидиялылар батшаһы, ике тәгәрмәсле арбала аяғүрә баҫып, ғәскәр уртаһында һуғыша  — был йоланы аҙаҡ фарсылар ҙа ҡуллана башлай.  Башҡа иран халыҡтары кеүек үк, мидиялыларҙың һыбайлылары тимерҙән хәрби кейем кейә, аттарын да шундай тимер пластиналар менән көпләй.
 
== Дин ==
Мидиялылар тотҡан дин [[Зороастризм|зороастризмдан]]  алдараҡ булған боронғо арий диненең бер формаһы. Ахеменидтар дәүерендә мидиялылар араһында  [[зороастризм]]  ныҡ үҫә, бәлки был дин  Иштувегу  дәүерендә дәүләт дине лә булғандыр. 
 
Мидияла уңдырышлылыҡ алиһәһе  Ардвисура Анахита  культы киң таралған була. Мидияның төп ҡалаһы  Экбатанала  алиһә Анахитаның (гречек авторҙарында  — Анаитис)<ref>{{Китап|автор=John Murray|заглавие=Two essays on the geography of ancient Asia: intended partly to illustrate the campaigns of Alexander, and the Anabasis of Xenophon|ссылка=http://books.google.com/books?id=zK02AAAAMAAJ&pg=PA69&dq=Medes+deity+Anaitis+Strabo&hl=en&ei=yC6ZTandLc34sgbqtry7CA&sa=X&oi=book_result&ct=result&resnum=9&ved=0CEsQ6AEwCDge#v=onepage&q&f=false|место=London|год=1829|страницы=68—69|страниц=325}}</ref>  ғибәҙәтханаһы була. Б. э. т. I быуатта йәшәгән рим тарихсыһы  Страбон, б. э. т. V быуатта йәшәгән  боронғо грек тарихсыһы  [[Геродот|Геродотҡа]]  һылтанып, уларҙың дини йолалары тураһында түбәгдәгеләрҙе яҙа:  мидиялыларҙың ҡыҙҙары  Ардвисура Анахитаның ғибәҙәтханаһында хеҙмәт иткәндә «фәхешлеккә бирелә»<ref>{{Китап|автор=Страбон|заглавие=ГЕОГРАФИЯ в 17 книгах. Репринтное воспроизведение текста издания 1964 г. М.|ссылка=http://naturalhistory1.narod.ru/Person/Lib/Strabon/Index.htm#%D0%9E%D0%B3%D0%BB%D0%B0%D0%B2%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B5|ответственный=С. Л. Утченко|издательство=«Ладомир»|год=1994|страницы=501}}</ref>. 
 
== Вариҫтары ==
Савроматтарҙың  барлыҡҡа килеүе тураһында  Диодор Сицилийский (б. э. т. I быуат) түбәндәгеләрҙе яҙа: Алғы Азия яуҙары һөҙөмтәһендә скиф батшалары күп кенә ҡәбиләләрҙе күсенергә мәжбүр итә, «''…иң мөһимдәре икәү була: бер ҡәбилә  [[Ассирия|Ассириянан]] нан …икенсеһе  Мидиянан, улары  [[Дон|Танаис]]  йылғаһы янында төплөнә; был күсмәндәр үҙҙәрен савроматтар тип атай''»<ref>Диодор, II, 43</ref>. Бындай мәғлүмәт  Өлкән Плиния яҙмаларында ла осрай  (б. э. т. I быуат): «Диңгеҙгә икегә айырылып ҡойолған  ''Танаис йылғаһы буйында бик күп ҡәбиләләргә бүленгән сарматтар йәшәй, риүәйәттәре буйынса улар мидиялыларҙың вариҫтары''»<ref>Плиний, VI, 19</ref>.
 
Иран телле  [[курдтар]]  ҙа<ref>Windfuhr, Gernot (1975), «Isoglosses: A Sketch on Persians and Parthians, Kurds and Medes», Monumentum H.S. Nyberg II (Acta Iranica-5), Leiden: 457—471</ref>  мидиялыларҙың вариҫтары тип иҫәпләнә.<ref>Windfuhr, Gernot (1975), «Isoglosses: A Sketch on Persians and Parthians, Kurds and Medes», Monumentum H.S. Nyberg II (Acta Iranica-5), Leiden: 457—471</ref>
 
== Мидия теле ==
Мидия теле тураһындағы һорау бәхәсле. Ҡайһы бер ғалимдар (''И. М. Дьяконов. История Мидии, М.-Л., 1956'') берҙәм мадая теленең булыуын таный; икенселәре (''О. Л. Вильчевский. Курды, М., 1961'') быны кире ҡаға.  Мидияла аралашыу өсөн Экбатана округы диалектының дөйөм ҡулланылыштағы тел булыуы шик тыуҙырмай (дөйөм ҡағиҙә буйынса, баш ҡала һәм һарай теле, ғәҙәттә, дәүләт теле лә була). Әлбиттә, был телдең яҙмаһы ла булған, әммә ул беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған. Шына яҙыуы фарсыларға мидиялыларҙан килгән, тигән фараз да бар.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мидиялылар» битенән алынған