Ҡыпсаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
5 юл:
Б. э. т. 201 йылда телгә алынған «кюеше» йәки «цзюеше» атамаһын ҡайһы бер тикшереүселәр ҡыпсаҡтарға бәйләнешле, тип һанай. Рәшид-әд-диндең "Йылъяҙмалар йыйынтығы"нда ҡыпсаҡтарҙың килеп сығышы тураһында генеалогик риүәйәттәр һаҡланған. Уғыҙ-хан хаҡындағы риүәйәт буйынса, уғыҙҙарҙың ит-барак ҡәбиләһенә ҡаршы уңышһыҙ походы ваҡытында тыуған мифик малайға «ҡыпсаҡ» исеме бирәләр (Әбелғәзи буйынса, «ҡыуышлы ағас» тигәнде аңлата). Шулай уҡ Рәшид-әд-дин яҙыуынса, ҡыпсаҡтар уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһе булған.
 
Ҡыпсаҡтарҙың ата-бабалары һарҙар IV—VII быуаттарҙа монгол [[Алтай тауҙары|Алтайы]] һәм көнсығыш [[Тянь-Шань]] араһында күсмә тормош алып барғандар. Улар 15 уйғыр ҡәбиләһе иҫәбендә атала. Һарҙар 630 йылда үҙ дәүләтен булдыра. «Ҡыпсаҡ» атамаһы тәүге тапҡыр Үҙәк Монголияла Рамстед тарафынан табылған таҡтаташта осрай. Унда яҙылған текст Көнсығыш төрки ҡағанатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Билге ҡағандың ҡәберлегенең бер өлөшө булып тора. Унда «Төрки ҡыпсаҡтар беҙҙең өҫтән 50 йыл хакимлыҡ иткәндә…» тигән һүҙҙәр бар. Ҡағанат һуңынан башҡа ҡәбиләләр һәм ҡытайҙар тарафынан VII быуат уртаһында юҡ ителгән. Һарҙарҙың юғары ҡатламының күп өлөшөн уйғырҙар ҡырған, ҡәбиләнең ҡалған өлөшө Иртыштың үрге ағымына һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан далаларына күсенә, һарҙар үҙ атамаларын «ҡыпсаҡ»ҡа алмаштыра («бәхетһеҙҙәр»). 744 йылда уйғырҙар, Көнсығыш төрки ҡағанатын ҡыйратҡас, Кимак ҡағанаты составында булалар. IX быуат уртаһына кимактарҙан өҫтөнлөк алалар, ә X быуат уртаһына уларҙы тамам йоталар. XI быуат башында ҡыпсаҡтар Хорезмдың төньяҡ-көнсығыш сиктәренә етә, уғыҙҙарҙы Һырдаръяның түбәнге ағымынан [[Урта Азия]]ға һәм Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ далаларына ҡыҫырыҡлап сығара. XI быуат уртаһына ҡыпсаҡтарға [[Ҡаҙағстан]]дың бөтә биләмәһе тиерлек буйһона. Көнсығыш сиктәре Иртышта, көнбайышы Волгадә (Волга), көньяғы Талас йылғаһында, төньяғы көнбайыш Себер урмандарында була. XI быуаттың уртаһынан монгол яуына тиклем урыҫ кенәзлектәренә һөжүм яһайҙар, ҡайһы саҡ кенәздәрҙең үҙ-ара һуғыштарында теге йәки был феодал яғында сығыш яһайҙар. Ҡыпсаҡтар Икенсе Болгар батшалығына һиҙелерлек йоғонто яһай һәм урта быуаттарҙа өлөшләтә улар тарафынан ассимиляциялана. Монгол яуы ваҡытында ҡыпсаҡтар үҙ аллы сәйәси берәмек булыуҙан туҡтай, әммә Алтын Урҙаның төрки халҡының төп өлөшөн тәшкил итә. Ҡыпсаҡтар [[башҡорттар]], [[татарҙар]], [[ҡырғыҙҙар]], [[ғағауыздар]], [[үзбәктәр]], [[ҡаҙаҡтар]], [[ҡырым татарҙары]], [[себер татарҙары]], [[нуғайҙар]], [[ҡарасәйҙәр]], [[балҡарҙар]], [[ҡумыҡтар]]ҙың формалашыуына ҙур өлөш индергән, тип һанала.
 
== Ырыу ойошмаһы һәм сәйәси ҡоролошо ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡыпсаҡтар» битенән алынған