Батыр (хоккей клубы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
67 юл:
2012/13 йылдар миҙгелендә «Батыр» даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса ЙХЛ беренселегенең дөйөм таблицаһында 11-се урынды ала. 37 мәрәй менән Андрей Харламов команданың бомбардиры була. Региондар кубогында Нефтекама хоккейсылары тәүҙе «Красноярские Рыси», ә аҙаҡтан «Ирбис» хоккей клубтарын серияла 3-1 иҫәбе менән ота. Ошондай уҡ һөҙөмтә менән Әлмәттән «Спутник» командаһына ҡаршы ярымфинал серияһы тамамлана. Ә финалда Полозов егеттәре Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубына отола һәм тәү тапҡыр ЙХЛ беренселегенең көмөш миҙалдарын еңә. «Батыр» был плей-оффта һәр бер серияһын дүрт уйында тамамлай, ул тәүге уйында отолһа — бөтә серияны еңә. 2013/14 йылдар миҙгелендә Башҡортостан командаһы Көнсығыш конференцияһында даими чемпионатты бишенсе урында тамамлай. Плей-оффтың тәүге раундында «Алтайские Беркуты» командаһын серияла 3-0 (4:3 Б, 4:3, 4:2) иҫәбе менән ота. Ә киләһе раундта «Мечел» хоккей клубына шул уҡ өс уйында отола һәм бәйгенән төшөп ҡала.
 
2014/2015 йылдар миҙгелендә «Батыр» конференцияла даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынды ала. Даими миҙгел барышында команданың баш тренеры алмашына: Константин Полозов «Торос» хоккей клубын етәкләй, ә уны Игорь Жилинский алмаштыра. Региондар кубогы өсөн көрәште Нефтекама хоккейсылары «Молот» командаһын өс уйында еңеп башлай. Сирекфиналда «Батыр» Силәбенән «Мечел» хоккей клубын дүрт уйында отһа, ярымфиналда ул буласаҡ чемпионға «Россошь» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм икенсе тапҡыр бронза миҙалдарҙы яулай<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1028761184.html «Батыр» и «Зеленоград» обладатели бронзовых медалей первенства МХЛ Б]</ref>. ЙХЛ беренселегең һуңғы миҙгелендә «Батыр» һуңғы мәлдә генә плей-офф уйындарына эләгә ала һәм даими чемпионатты Көнсығыш конференцияһында һигеҙенсе урында тамамлай. Региондар кубогының беренсе раундында Башҡортостандан тағы бер командаға, был миҙгелдең буласаҡ чемпионы [[Горняк (хоккей клубы, Учалы)|«Горняк»]] командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола. «Батыр» — ЙХЙХЛ беренселегенең һәр биш миҙгелендә плей-оффта ҡатнашҡан өс команданың береһе.
 
=== Милли йәштәр хоккей лигаһында ===