Элементар алгебра: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
98 юл:
[[XV быуат]]тың иң мәшһүр алгебраисы [[Лука Пачоли]] алгебраик символикала үҙенең, әлегә бик дөйөм һәм бик уңайлы булмаған, аналогын индерә.
 
[[XVI быуат]] аҙағында [[Виет, Франсуа|Франсуа Виет]], профессияһы буйынса адвокат, һәләтлеге буйынса математик, алгебраик телдең концептуаль реформаһын индерә һәм тамырынан яҡшырта. Ул һуңғы маҡсатын асыҡ күҙ алдына килтерә — дөйөмләштерелгән арифметиканың «яңы иҫәпләмә»һен эшләү. Виет бөтә [[коэффициент]]тарҙы хәрефтәр менән тамғалай (әйткәндәй, был терминды тап Виет уйлап сығара). Бөтә мәсьәләләр дөйөм күренештә сығарыла, һәм тик аҙаҡ ҡына һанлы миҫалдар килтерелә. Виет ирекле рәүештә алгебраик үҙгәртеүҙәрҙе, үҙгәреүсәндәрҙе алмаштырып ҡуйыуҙы һәм башҡа алгебраик алымдарҙы ҡуллана.
 
Виет системаһы дөйөм һоҡланыу тыуҙыра. Ул арифметика закондарын һәм алгоритмдарҙы элек уйлап та булмаҫлыҡ дөйөмлөк һәм компактлыҡ менән һүрәтләү мөмкинлеген бирә, дөйөм һан закондарын өйрәнеүҙе еңелләштерә һәм тәрәнәйтә. Әммә Виет символикаһы хәҙергегә оҡшамаған, урыны менән күләмле, һәм төрлө илдәрҙең ғалимдары уны камиллаштырыуға керешә.