Элементар алгебра: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
90 юл:
Беҙгә килеп еткән яҙмалар буйынса фекер йөрөткәндә, беренсе булып үҫешкән алгебраик система [[Диофант Александрийский|Диофанттың]] «Арифметика»һында ([[IV быуат]]) күренә. Уның да, [[Евклид]]тың, [[Архимед]]тың һәм башҡаларҙың кеүек элгәрҙәре булғанмылыр, әммә беҙгә, был һоҡланғыс алгебраист таянырға мөмкин булған кешеләр тураһында ла, хеҙмәттәр тураһында ла бер нимә лә билдәле түгел. [[XV быуат]]ҡа тиклем уның эйәреүселәре лә булмаған. Хәйер, Европала «Арифметика»ның тәржемәһе менән тик [[XVI быуат]]та ғына танышалар, һәм Диофанттың ысулдары [[Виет, Франсуа|Виетҡа]] һәм [[Ферма, Пьер|Фермаға]] бик ҙур тәьҫир яһай.
 
«Арифметика»ның төп проблематикаһы — рациональ коэффициентлы билдәһеҙ тигеҙләмәләрҙең (ирекле дәрәжәле күпбыуындарҙың) рациональ сығарылыштарын табыу. Диофант хәрефле символика ҡуллана, дөрөҫ, элеккесә тик билдәһеҙҙәр өсөн генә. «Арифметика»ға инеш өлөштә Диофант түбәндәге тамғалауҙарҙы индерә: билдәһеҙҙе ул «һан» тип атай һәм ξ хәрефе менән тамғалай, билдәһеҙҙең квадратын — <math>\delta ^ \nu</math> символы менән һәм башҡа шулай. тиҫкәреТиҫкәре дәрәжәләрҙе, тигеҙлек тамғаһын һәм хатта тиҫкәре һандарҙы махсус символдар менән тамғалайҙар (хатта тамғалар ҡағиҙәһе бар: минусҡа минус плюсты бирә). Ҡалған бөтәһе лә һүҙ менән әйтелә. Бик күп беҙгә ғәҙәти алгебра ҡағиҙәләре әйтеп бирелгән: тигеҙләмәнең икенсе яғына сығарғанда тамға үҙгәреүе, уртаҡ быуындарҙың ҡыҫҡарыуы һәм башҡалар.
 
[[Һиндостанда математика тарихы|Урта быуаттарҙа Һиндостан математиктары]] шулай уҡ алгебрала бик ныҡ алға китәләр; уларҙың символикаһы, ҙур күләмлерәк булһа ла (күп һүҙҙәр ҡулланыла), Диофанттыҡынан байыраҡ.