Элементар алгебра: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
86 юл:
Ҡарағыҙ [Алгебра]] фәненең атамаһы килеп сығыу тарихы.
 
Һандарҙың дөйөм үҙсәнлектәрен һәм иҫәпләү алгоритмдарын махсус символик [[метател]]дә яҙыу идеяһы күптән барлыҡҡа килә, әммә башта хәрефле символдар менән [[Тигеҙләмә|тигеҙләмәләрҙә]] тик ҡиммәттәрен табырға кәрәк булған билдәһеҙ дәүмәлдәрҙе генә тамғалағандар, ә тигеҙләмәнең башҡа быуындары өсөн тик конкрет һан ҡиммәттәрен генә яҙғандар. БилдәһеҙБилдәле дәүмәлдәрҙе лә ([[коэффициент]]тарҙы) шулай уҡ дөйөмлөк өсөн символдар менән тамғалау уңайлы булыр ине тигән уй үҙенә юлды бик яй яра.
 
Беҙгә килеп еткән яҙмалар буйынса фекер йөрөткәндә, беренсе булып үҫешкән алгебраик система [[Диофант Александрийский|Диофанттың]] «Арифметика»һында ([[IV быуат]]) күренә. Уның да, [[Евклид]]тың, [[Архимед]]тың һәм башҡаларҙың кеүек элгәрҙәре булғанмылыр, әммә беҙгә, был һоҡланғыс алгебраист таянырға мөмкин булған кешеләр тураһында ла, хеҙмәттәр тураһында ла бер нимә лә билдәле түгел. [[XV быуат]]ҡа тиклем уның эйәреүселәре лә булмаған. Хәйер, Европала «Арифметика»ның тәржемәһе менән тик [[XVI быуат]]та ғына танышалар, һәм Диофанттың ысулдары [[Виет, Франсуа|Виетҡа]] һәм [[Ферма, Пьер|Фермаға]] бик ҙур тәьҫир яһай.