Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
== Биографияһы ==
Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аҙнай һәм Ергән волостарының земство эшмәкәре Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — , һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы Зәйнуллина? [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аллағыуат ауылынан (1874? — 1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланғәли Әлимғолов [[Ырымбур]]ҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге [[Ишембай районы]] [[Аҙнай (Ишембай районы)|Аҙнай]] ауылында земство мәктәбендә, [[Шишмә районы]] [[Сафар (Шишмә районы)|Сафар]] ауылында уҡытыусы булып эшләй.1900-1910 йылдар тирәһендә Ергән волосы старшинаһы булып һайлана. Улы Арыҫланбәк тә линейное училище тамамлай. [[1900]]—[[1910]] йылдар тирәһендә Шишмә районының [[Ҡара Яҡуп]] ауылында земство училищеһы мөдире (директоры) була, һуңынан [[Стәрлетамаҡ]]та - ҡала училищеһында уҡыта. Стәрлетамаҡтан оло улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында китергә мәжбүр була. Малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға.
[[Файл:Алимгулов Арсланбек Арслангалиевич.1908 г..jpg|right|200px|Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы ғаиләһе Ҡара Яҡуп ауылы земство мәктәбе алдында ]]
 
Арыҫланбәк Әлимғолов төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле. Уның мәҡәләләре [[1912 йыл]]дан башлап [[Өфө]]лә сыҡҡан «Ведомости Оренбургского учебного округа» журналында баҫыла, мәҫәлән, «Башкирские мифологические рассказы» (1915 й. 5-се һанында). [[1914]] йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡазан университетына урынлаштыртыра алмай, чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен бик ауыр кисерә. Был ваҡиға уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр тип фаразлана.