Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы — версиялар араһындағы айырма

 
1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр<ref>bibliografu.ru/archives/2796</ref>. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин ғаиләлә уны [[Ергән]] урыҫтары Стәрленән йәшерен алып ҡайтып, Ергәндә ерләгән, тип иҫәпләйҙәр.
 
Контрразведка начальгы Пылаев аҡтар менән башта Себергә, һуңынан Ҡытайға ҡаса. Тик ул бер аҙҙан ҡатынын Ҡытайҙа ҡалдырып, кескәй ҡыҙын үҙе менән алып, Рәсәйгә ҡайта. Башта ябай һалдаттар менән өс йыл төрмәлә ултырып сыға. Уны Себерҙә осраҡлы рәүештә танып, ҡулға алалар, 1925 йылда Стәрлетамаҡҡа алып киләләр һәм суд була.
 
Совет власын ойоштороусылар атылған урынында Граждандар һуғышынан һуң башта ағастан һәйкәл ҡуйыла, ул һәйкәлдә Арыҫланбәк Әлимғоловтың исеме лә була. 1920-1930-сы йылдарҙа Әлимғоловтың Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педтехникумда уҡыған балалары һәйкәл янына барып йөрөй. 1957 йылдың 26 сентябрендә был урында таштан һәйкәл асыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.
12 518

үҙгәртеү