Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
28 юл:
 
== Вафаты ==
[[1918]] йылдың июлендә Стәрлетамаҡты[[Стәрлетамаҡ]]ты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта [[Ҡамбулат]] ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны [[1918]] йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, төнгө ҡараңғылыҡтан файҙаланып, яралы килеш атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл (Әбделфазыл) Шәмсетдинов ([[Ишембай районы]] [[Ҡыяуыҡ]] ауылынан) һөйләй<ref>https://sterlya.info › Стерлитамак › История</ref>.
 
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тирә-яғында контрразведка айырыуса Совет власы эшмәкәрҙәренә һәм активистарына аяуһыҙ була, сөнки уның начальнигы - ағас һатыу менән шөғөлләнгән бай эшҡыуар улы Александр Никитич Пылаев яңы власть яҡлыларҙы тамырынан ҡороторға һүҙ бирә. Стәрлетамаҡ төрмәһендә 1918 йылдың сентябрь аҙағында атылырға тейешле тотҡондар һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып ҡаса, Пылаевтың йыртҡыслыҡтары тураһында улар һөйләй. Көн дә тотҡондарҙы Пылаев янына алып киләләр, яланғас кешеләрҙең башына Пылаевтың бер яраны, аяғына икенсе яраны ултыра, палач ҡайыш ҡамсы менән тотҡондоң тәне телгеләнгәнсе туҡмай<ref>gorod-na-sterle.ru/2008/10/12/baloven-bedy/</ref>. Арыҫланбәк Әлимғолов та ошондай ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Ҡатыны Фатима Ниғмәтйән ҡыҙының ҡустыһы Насирйән ([[Аллағыуат(Стәрлетамаҡ районы)|Аллағыуат]] ауылынан) еҙнәһенә алмаш кейем, ашанды, яраларына һөртөргә шифалы майҙар алып килә. Тик быларҙың береһен дә тотҡонға бирергә рөхсәт итмәйҙәр. Совет власы яҡлыларҙы атыу октябрь айында ла бара. Был эштәрҙе урындағы контрразведка һәм чехословак корпусы һалдаттары башҡара.
 
1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр<ref>bibliografu.ru/archives/2796</ref>. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин ғаиләлә уны [[Ергән]] урыҫтары Стәрленән йәшерен алып ҡайтып, Ергәндә ерләгән, тип иҫәпләйҙәр.
 
Совет власын ойоштороусылар атылған урынында Граждандар һуғышынан һуң башта ағастан һәйкәл ҡуйыла, ул һәйкәлдә Арыҫланбәк Әлимғоловтың исеме лә була. 1920-1930-сы йылдарҙа Әлимғоловтың Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педтехникумда уҡыған балалары һәйкәл янына барып йөрөй. 1957 йылдың 26 сентябрендә был урында таштан һәйкәл асыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.