Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
21 юл:
 
== Биографияһы ==
Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аҙнай һәм Ергән волостарының земство эшмәкәре Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — , һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы Зәйнуллина? [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аллағыуат ауылынан (1874? — 1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, АрыҫланбәкАрыҫланғәли Әлимғолов [[Ырымбур]]ҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге [[Ишембай районы]] [[Аҙнай (Ишембай районы)|Аҙнай]] ауылында земство мәктәбендә, [[Шишмә районы]] [[Сафар (Шишмә районы)|Сафар]] ауылында уҡытыусы булып эшләй.1900-1910 йылдар тирәһендә Ергән волосы старшинаһы булып һайлана. Улы Арыҫланбәк тә линейное училище тамамлай. [[1900]]—[[1910]] йылдар тирәһендә Шишмә районының [[Ҡара Яҡуп]] ауылында земство училищеһы мөдире (директоры) була, һуңынан [[Стәрлетамаҡ]]та - ҡала училищеһында уҡыта. Стәрлетамаҡтан оло улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында китергә мәжбүр була. Малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға.
 
Арыҫланбәк Әлимғолов төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле. Уның мәҡәләләре [[1912 йыл]]дан башлап [[Өфө]]лә сыҡҡан «Ведомости Оренбургского учебного округа» журналында баҫыла, мәҫәлән, «Башкирские мифологические рассказы» (1915 й. 5-се һанында). [[1914]] йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡазан университетына урынлаштыртыра алмай, чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен бик ауыр кисерә. Был ваҡиға уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр тип фаразлана.