Күсимов Таһир Тайып улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
32 юл:
 
== Биографияһы ==
Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Верхнеурал өйәҙе]] [[Күсем (Әбйәлил районы)|Күсем]] ауылында<ref name="Х" /> тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ летчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да уғаегеткә райондың хәрби комиссары бирә:"Күсем ауылынан, тимәк Күсимов булырһың",-ти. 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый.
* 1928—1932 йылдарҙа [[Ҡазан]]дағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавлерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә.
* 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.