Күсимов Таһир Тайып улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
32 юл:
 
== Биографияһы ==
Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Верхнеурал өйәҙе]] [[Күсем (Әбйәлил районы)|Күсем]] ауылында<ref name="Х" /> тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ летчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да уға райондың хәрби комиссары бирә:"Күсем ауылынан, тимәк Күсимов булырһың",-ти. 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый.
* 1928—1932 йылдарҙа [[Ҡазан]]дағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавлерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә.
* 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.
* 1938—[[1941]] йылдарҙа [[Кавказ]] аръяғы хәрби округының, 77-се [[Әзербайжан]] тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда командованиеның махсус заданиеһын үтәй- совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп, урынлашыуын тәьмин итә. Т.Күсимовтың ислам йолаларын яҡшы белеүе урындағы бик һуғышсан ҡурд халҡы менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итә. 1942 йылдың 8 мартында Кировобад ҡалаһында улы Салауат тыуа.
* 1942 йылданйылдың апрленән [[Башҡорт атлы дивизияһы|112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының]] 1-се (275-се) полкының командиры. Дивизия яугирҙары Күсимовтың һалдаттарҙы буласаҡ алыштарға ентекле әҙерләүе, кавлерист күнекмәләрен үткәреүен һөйләйҙәр. Күсимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Һуғыш барышында дивизияла командирҙар кәңәшәмәләре йыш ҡына башҡортса алып барылған һәм ысынында был хәүфһеҙлек тәьмин иткән.
* [[1943]] йылда [[Днепр]]ҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрәһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа «[[Советтар Союзы Геройы]]» тигән исем бирелә.
* 1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы С.М.Буденный полковник Таһир Кусимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай.