Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Alfiya55 Чосер Джеффри битенең исемен йүнәлтеү өҫтөнән үҙгәртте. Яңы исеме: Джеффри Чосер: бер формаға килтереү
74 юл:
 
1400 йылда Чосер вафат була һәм Вестминстер аббатлығында хөрмәт менән ерләнә (Шағирҙар мөйөшө, ул шунда беренсе булып ерләнә).
 
== Әһәмиәте==
 
Чосерҙың йәшәгән осоронда файҙаланған киң даны ваҡыт үтеү менән онотолмай, хатта арта ла башлай. 1478 һәм 1484 йылдарҙа Яңырыу дәүерендә Кэкстон уның әҫәрҙәренең тексын баҫтырып сығара; Спенсер Чосерҙың әҫәрҙәрендә инглиз теленең таҙа сығанағын күрә; Сидней уны күккә күтәреп маҡтай. [[XVII быуат]]та Джон Драйден уның әкиәттәрен яңырта бирә; [[XVIII быуат]]та уның әҫәрҙәренә Поул иғтибар итә. Ниһайәт, XIX быуатта Фурниваль инициативаһы буйынса (нигеҙ һалыусы 1867) Чосер йәмғиәте «Society Chaucer» барлыҡҡа килә. Уның маҡсаты — Чосерҙың тәнҡитле тикшерелгән әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу һәм шағирҙың биографияһын өйрәнеү.
 
Чосерҙың инглиз әҙәбиәте тарихында һәм телендә ҡаҙаныштары бик ҙур. Ул инглиздәр араһында беренсе булып матур шиғриәттең өлгөләрен бирә. Чосерҙың әҫәрҙәрендә инглиз милли шиғриәтенең төп һыҙаттары бар: төплө мәғәнә менән тоташҡан фантазия байлығы, юмор, күҙәтеүсәнлек, сағыу характеристикаларға һәләт, ентекле һүрәтләүҙәргә әүәҫлек, контрастарға әһәмиәт биреү, бер һүҙ менән әйткәндә, һуңыраҡ Шекспир, Филдинг, Диккенс һәм [[Бөйөк Британия]]ның башҡа яҙыусыларының әҫәрҙәрендә осраған бөтә күренештәр бар. Ул инглиз шиғырына тулылыҡ бирә һәм әҙәби телде нәфислектең юғары кимәленә еткерә. Телмәрҙең таҙалығына ҡарата ул һәр ваҡыт айырым хәстәрлек күрһәтә һәм күсереп яҙыусыларға ышанмай, шәхсән үҙе һәр ваҡыт әҫәрҙәренең күсермәһен ҡарап сыға. Әҙәби тел булдырыуҙа ул уртасалыҡ һәм төплө фекер күрһәтә, неологизмдарҙы һирәк ҡуллана, һәм иҫкергән әйтемдәрҙе терелтергә тырышмай, тик дөйөм ҡулланышта булған һүҙҙәрҙе генә ҡуллана. Инглиз теленә ул биргән матурлыҡ һәм күркәмлек арҡаһында инглиз теле Европаның башҡа телдәре араһында хөрмәтле урын биләй. Чосер беренсе булып латин телендә түгел, ә туған телдә проза әҫәрҙәре яҙа башлай. (мәҫәлән, «The astrolab» — улы өсөн яҙған, 1391 й.). Үҙенең фекерҙәрен яҡшы һәм аныҡ белдереү өсөн, шулай уҡ патриотик тойғоларҙан сығып, ул аңлы рәүештә милли тел ҡуллана. Чосерҙың донъяға ҡарашы мәжүсилек рухы һәм Яңырыу дәүеренең күңел көрлөгө менән һуғарылған, тик иртә әҫәрҙәрендә осраған ҡайһы бер урта быуат һыҙаттары һәм әйтемдәре уның урта быуат ҡараштарынан һәм төшөнсәләрҙе бутауҙан азат булмауын раҫлай. Икенсе яҡтан, уның юғары выжданлылыҡ, бала тәрбиәләү, һуғыш тураһында, уның патриотизм характеры һ.б. тураһында ҡайһы бер фекерҙәре хатта XIX быуат кешеһен дә хөрмәтле итер ине.
 
== Әҙәбиәт==
 
== Иҫкәрмәләр ==