Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
61 юл:
1379 йылдан һуң Чосер [[Лондон]]да бер ергә лә китмәйенсә йәшәй; 1386 йылда парламентҡа депутаты итеп һайлана. (Кент графлығынан). Парламенттың был сессияһы осоронда короллектең канцлеры Мишель Поль судлаша. Элекке яҡлаусылары Ричард һәм герцог Ланкастерскийға тоғролоҡ һаҡлап, Чосер Глостерҙың рәхимлегенән мәхрүм була, һәм бөтә вазифаларын юғалта, хәйерселеккә төшә. Өс йыл үткәс, Ричард, парламент тарафынан мәжбүр ителгән советты бөтөргәс, яңынан сикләнмәгән власлы идара итә башлай, шағир король эштәренең клеркы була (1389) һәм ошо вазифала Вестминстерҙа һәм башҡа һарайҙарҙа, биналарҙа ҡоролмалар һәм үҙгәртеүҙәр буйынса идара итә. Был ваҡыт эсендә ул үҙенең үлемһеҙ әҫәрен — «Кентерберий хикәйәләрен» яҙа («Canterbury Tales»).
 
== «КентерберийКентербери хикәйәләре» ==
 
Был хикәйәләр йыйынтығында Чосер, Боккаччоның бер ни тиклем яһалма «Декамеронынан» айырмалы рәүештә уҡыусыны ысын тормош тулҡынына юнәлтепйүнәлтеп, төрлө ҡатламдарҙан булған, төрлө йәштәрҙәге һәм төрлө темпераментлы 29 пилигримдың йәмғиәтен һүрәтләй. Улар бөтәһе лә Лондон янындағы трактирға йыйылып, Кентербериға изге Томас Бекеттың табутына ғибәҙәт ҡылыр өсөн юллана.
 
Ваҡытты ҡыҫҡартыр өсөн йәмғиәттең һәр ағзаһы ниндәйҙер әкиәт йәки повесть һөйләй, бының менән бергә Чосер бөтә хикәйәсе труппаны хәрәкәт итергә, трактирҙа туҡталып ҡунырға, үтеп барыусылар менән танышырға, ҡысҡырырға, комплименттар менән алмашырға, ә ҡайһы саҡта һуғыпдөмбәҫләшеп татә алыуҙаралырға менән алмашырға мәжбүр итә. Һәр хикәйәнән һуң йәнле комик күренештәр башлана: сәйәхәтселәр хикәйә тураһында фекер алыша, бәхәсләшә, ҡыҙып китә. Былар бөтәһе лә Чосерға төрлө характерҙар һәм типтар булдырыуға мөмкинлек бирә. Һәр хикәйә хикәйәсенең характерына һәм йәмғиәттәге торошона тап килә, һәм һәр береһенең айырым алымы. Тәүбә иттереүсенең хикәйәһе вәғәзғә оҡшай һәм индульгенцияныиндульгенция һатып алыуға һәм сиркәүгә иғәнә биреүгә саҡырыу менән тамамлана. Хәйерселектә йәшәгән туған нимәлер һөйләргә теләй, әммә асыуы уға ҡамасаулай, һәм хикәйәһенән бер нәмә лә аңлашылмай. Баттан мещан ҡатын — иң сағыу комик тип — бер нисә ирен һәләк иткән йыуан күңелле тел биҫтәһе, хикәйәһен һөйләрҙән алда үҙенең бер нисә автобиографик нескәлектәрен һөйләргә тотона. Рыцарь, санына ярашлы, Палемона һәм Арсилай тураһындағы һарай яны повесын һөйләй, оксфорд клеркы — Гризельда тураһындағы повесты, монах яҙмыш кирелектәрен төшөндөрөргә маташа, һәм уны кисергән кешеләрҙе миҫалға килтерә, эскесе тирмәнсе фабльо рухында әҙәпһеҙ повесть һөйләй һ.б.
 
Шулай итеп, «КентерберийКентербери хикәйәләре» өгөт-нәсихәтле роман, Чосер осорондағы инглиз йәмғиәтенең холоҡтары һәм типтары туранан-тура натуранан күсереп алына. Чосер шул уҡ ваҡытта түбән ҡатлам кешеләрен дә күрһәтә, әммә уларҙы яратып һүрәтләй. Уларҙы һүрәтләгәндә һис һүҙһеҙ төрлө осрашыуҙарға һәм тормош дауамында үҙгәреүҙәргә бай күҙәтеү материалдары хеҙмәт итә. «КентерберийКентербери хикәйәләре», бәлки һуңғы йылдарҙа шағирҙың ауыр шарттарҙа йәшәүе арҡаһындаарҡаһындамылыр, тамамланмай ҡала, әммә әҫәренең булған тиклеме лә уның талантының төрлөлөгө һәм байлығы тураһында һөйләй.
 
== Һуңғы йылдары==