Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
 
Шулай итеп, «Кентерберий хикәйәләре» өгөт-нәсихәтле роман, Чосер осорондағы инглиз йәмғиәтенең холоҡтары һәм типтары туранан-тура натуранан күсереп алына. Чосер шул уҡ ваҡытта түбән ҡатлам кешеләрен дә күрһәтә, әммә уларҙы яратып һүрәтләй. Уларҙы һүрәтләгәндә һис һүҙһеҙ төрлө осрашыуҙарға һәм тормош дауамында үҙгәреүҙәргә бай күҙәтеү материалдары хеҙмәт итә. «Кентерберий хикәйәләре», бәлки һуңғы йылдарҙа шағирҙың ауыр шарттарҙа йәшәүе арҡаһында, тамамланмай ҡала, әммә әҫәренең булған тиклеме лә уның талантының төрлөлөгө һәм байлығы тураһында һөйләй.
 
== Һуңғы йылдары==
 
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Чосер моңһоу кәйеф менән һуғарылған бер нисә шиғыр яҙа: ул халыҡтан һәм төркөмдәрҙән ҡасыу теләген белдерә, королдән уға хәйерселектән ярҙам итеүен һорай, үҙ-үҙенә бикләнә һәм үҙ уйҙарына бирелә. Быға: «Truth» йәки «Ballade de bon conseil», «Lak of Stedfastness», «L’envoy de Chaucer à Seogen», «L’envoy de Ch. à Bukton», «The complaint of Venus», «The complaint. of Ch. to his empty purse». Ғүмеренең иң аҙағында Чосерға бәхет йылмая: король уға шул ваҡыт өсөн байтаҡ булған пенсия тәғәйенләй, һәм Чосерға Вестминстер аббатлығы янында һәйбәт өй алыу мөмкинлеге тыуа.
 
1400 йылда Чосер вафат була һәм Вестминстер аббатлығында хөрмәт менән ерләнә (Шағирҙар мөйөшө, ул шунда беренсе булып ерләнә).
 
== Иҫкәрмәләр ==