Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
43 юл:
[[Файл:Chaucer ellesmere.jpg|thumb|left|Чосер Элсмир ҡулъяҙмаһы биттәренең береһендә ғибәҙәт ҡылыусы рәүешендә һүрәтләнә]]
Итальян һәм латин классиктарын өйрәнеү Чосерҙың шиғриәтенең формаль яғына йоғонто яһай; уның арҡаһында ул быға тиклем инглиз әҙәбиәтендә булмаған нәфислек һәм тулылыҡ ала. Континентҡа барған сәфәрҙәр араһында Чосер Лондонға әйләнеп ҡайта, унда уға төрлө административ вазифалар йөкмәтелә. 1374 йылдан 12 йыл дауамында ул таможня күҙәтеүсеһе һәм контролеры вазифаһын башҡара, өҫтәүенә сағыштырмаса айырым Олдгейт башняһында йәшәй. Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарып, буш ваҡыттарын шиғриәткә бағышлай.
 
== «Италия осоро» ==
«Итальян осоронда» (яҡынса 1380 һәм 1386 йылдар араһында) «Кентерберий хикәйәләренә» тиклем яҙылған төп әҫәрҙәре: («Legenda aurea») изге Цецилия тормошо тәржемәһе, һуңынан «Tales Canterbury» составына инә (1378); «Complainte of Mars» (1378); «Parlement of Foules» («Ҡош парламенты» поэмаһы); «Troylus and Chryseide» («Троил һәм Кресс» поэмаһы; 1382); «The House of Fame» («Дан йорто» поэмаһы; 1383—1384); «Legend of Good Women» («Данлы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легенда»; 1388).
 
Был поэмаларында итальян шағирҙарының йоғонтоһо айырыуса һиҙелә. «Изге Цецилия тормошонда» туранан-тура Дантеның «Ожмахынан» урындар бар; «Parlement of Foules» — поэмаһында йәш король Ричард Икенсенең никахлашыуы осрағына бәйле «Inferno» әҫәре буйынса III йырының инешен үҙгәртеү өҫтәп ҡуйыла: «Troylus and Chryseide» сюжеты тулыһынса Боккаччоның «Filostrato» әҫәренән үҙләштерелә; зиһенле ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легенда Чосерға Боккаччоның «De Claris mulieribus» әҫәренән аңлатыла. Ниһәйәт, Дантеның өс батшалыҡ буйынса сәйәхәте «The House of Fame» поэмаһы өсөн өлгө булып хеҙмәт итә (Данте Вергилий һәм Клодион менән бер рәттән телгә алына).
 
Был йоғонтоларға ҡарамаҫтан, Чосер һуңғы поэмаһында үҙаллылыҡ күрһәтә, был бигерәк тә картиналарҙы һүрәтләнгәндә һәм йәнле тәбиғи диалогта күренә. Ул шулай уҡ үҙ шәхесенә байтаҡ урын бүлә, был уның поэмаһына беҙгә яҡын характер бирә. Чосер үҙен нисек бөркөт үҙенең алтын ҡанаттарында бөйөк кешеләрҙең исемдәре яҙылған боҙло ҡаялағы дан ғибәҙәтханаһына алып киткәнен һүрәтләй. Ҡояш нурҙары тәьҫирендә ҡая ирей, исемдәрҙең хәрефтәре юҡҡа сыға. Ғибәҙәтханала музыканттарҙың шаулы төркөмдәре, жонглерҙар, пәйғәмбәрҙәр, геройҙарҙы данлаусы кешеләр була, күңелле музыка яңғырай, бөйөк шағирҙарҙың статуялары күренеп тора. Сатирик элементтар насар дан ҡаҙанған әҙәпһеҙ маҡтансыҡтарҙы һүрәтләгәндә сағыла. Артабан шағир уҡыусыны яңылыҡтар йортона алып килә, унда яңылыҡтарға әүәҫ һәм хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөнә иғтибар итмәгән эшһеҙ асыҡ ауыҙҙар өйкөлөшә.
 
== Иҫкәрмәләр ==