Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
29 юл:
 
Чосер [[Италия]]ға тағы 1377 йылда килә һәм унда теүәл дүрт ай була. Был юлы миссияһы Ломбардияға ҡағыла. Милан тираны Бернабо Висконти һәм уның кейәүе, Чосерҙың яҡташы кондотьер Джон Хоквуд менән хәрби эштәр буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Шул саҡта, бәлки, Чосер Венецияла ла була. [[Италия]]ға ике сәйәхәте Чосерға ҡала мәҙәниәтенең һәм Яңырыу осороноң тәүге үҫешен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ул яңы буржуаз мәҙәниәттең тыуыуын күҙәтә, итальян ҡала республикаларын һәм яңы типтағы монрхияны күрә, сауҙаның һәм сәнәғәттең үҫешен күреп ғәжәпләнә, ошо тәьҫораттар арҡаһында [[Англия]]лағы хәл-торошто яңыса баһалай башлай.
 
 
== «Француз осоро» ==
 
Ижадының үҫмерлек осорон (яҡынса 1369 йылдан алып 1379 йылға) ғәҙәттә, француз куртуаз әҙәбиәтенең көслө йоғонтоһо аҫтында «француз осоро» тип атайҙар. Был осорға урта быуаттарҙың «Роза тураһында роман» популяр әҫәренең тәржемәһе ҡарай, ул уға танылыу килтерә. Тәржемә юғала; был романдың инглиз теленә башҡа тәржемәһе Чосерҙыҡы булмай. Чосерҙың тәүге әҫәре— «Герцогиня китабы» поэмаһы (the Book of Duchess) — поэма Ланкастер династиһына нигеҙ һалыусы Джон Гонттың ҡатыны герцогиня Ланкастерская Бланканың үлеменә бәйле 1369 йылда яҙылған. Чосер уның ире, герцогты юғалтыуында йыуата. Өлгө булып Овидийҙың Машо һәм Tristia элегияһы, ҡайһы бер өлөштәрҙә — шул уҡ «Роза романы» була. Бында уҡ Чосер сағыу һүрәтләүҙәрҙә үҙенең ғәжәп һәләттәрен күрһәтә.
 
Герцог Ланкастерский һуңынан Чосерҙың яҡлаусыһы була, хатта уның менән туғанлаша ла; Джон Гонттың өсөнсө ҡатыны (ә быға тиклем ул — күп йыллыҡ һөйәркәһе була) Катерина Свинфорд Чосерҙың ҡатынының бер туған һеңлеһе була.
 
== Иҫкәрмәләр ==