Плеханов Игорь Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
'''Плеханов Игорь Александрович Плеханов''' ([[26 июль]] [[1933 йыл]] — [[2 август]] [[2007 йыл]])  — мотоспорт буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
 
== Биографияһы ==
Игорь Александрович Плеханов 1933 йылдың 26 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1969 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград дәүләт физик культура институтын тамамлай.
 
Башавтомотоклубта инструктор-уҡытыусы (1955), «Спартак» ирекле спорт йәмғиәте Башҡортостан өлкә советының мотоспорт буйынса тренеры (1960—1969), ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының мотоспорт буйынса уҡытыусыһы (1963—1973) булып эшләй. 1973—1980 йылдарҙа РСФСР-ҙың автомотоһәүәҫкәрҙәр йәмғиәтенең Башҡортостан республика советы рәйесе була. 1970 йылдан 1972 йылға тиклем СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһының тренеры була.