Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Вафат булыу урыны → Вафат булған урыны using AWB
16 юл:
|Викикитапхана =
}}
'''Дже́ффри Чо́сер''' ({{lang-en|Geoffrey Chaucer}}; яҡынса [[1343]], [[Лондон]] — [[25 октябрь]] [[1400]], ''шунда уҡ'') — [[Англия|инглиз]] шағиры, «инглиз шиғриәте атаһы», беренселәрҙән булып латин телендә түгел, ә туған телендә яҙыусы.<ref name="wikisource">Грушке Н. Ф. {{ВТ-ЭСБЕ|Чосер}}</ref>.
 
Уның ижадын инглиз Яңырыу әҙәбиәтенән алда өлгөргән тип атайҙар. Дж. Чосерҙың төп әҫәре булып [[реализм]] менән һуғарылған «Кентерберий хикәйәләре» новеллалары шиғри йыйынтығын күрһәтәләр.
 
== Иртә йылдары==
 
Чосерҙың атаһы, шарап һатыусы, король һарайын шарап менән тәьмин итә, шул арҡала уның улы Эдуард III улы Лионелдең ҡатыны Елизаветаның пажы сифатында бик иртә (17 йәштә) һарайға эләгә. 1359 йылда ул Францияға ҡаршы походта ҡатнаша, һәм әсирлеккә алына. Король уны 16 фунтҡа һатып ала һәм Англияға ҡайтҡас үҙенең камердинеры итеп, ә һуңынан ҡорал йөрөтөүсе итеп ҡуя. Был ваҡытта ул аңлайышлы яҙыусыларҙы ярайһы уҡ төптән өйрәнә һәм үҙе лә яҙып ҡарай, үҙенең шиғырҙарында билдәһеҙ ҡатынға яуапһыҙ һөйөүен маҡтай.
 
Һуғыштан һуң (1360—1367 йй.) Чосер, күрәһең, иң яҡшы дөйөм белем биргән [[Лондон]]дағы юғары юридик мәктәпкә йөрөй. Унда тормошоноң иң мөһим эше — әҙәбиәт мәсьәләләре өҫтөндә эшләргә өйрәнә. Данте һәм Клавдиан данлаған классиктар Вергилий, Стаций, Луканды, Гораций һәм Ювеналды, бигерәк тә Овидийҙы уҡый, «Метаморфозалар» һәм «Героидтар» уның яратҡан китабы була. Шулай уҡ патристик һәм урта быуат латин әҙәбиәтен, корифейҙарҙың схоластик фәнни әҫәрҙәрен өйрәнә, һуңынан улар үҙенең геройҙарын ғилми мәғлүмәттәр менән тәьмин итеү өсөн бик кәрәк була. Схоластиктарҙа популяр булған Боэцияның тәржемәһе, астролябия тураһындағы һуңғы трактат һымаҡ, был мәнфәғәттәрҙе сағылдыра. Әммә класситар, сиркәү әһелдәре һәм схоластиктарға ҡарағанда Чосер күберәк француз шиғриәте менән мауыға. Бында аҙлап булһа барыһы ла бар: эпос, лирика, күреүҙәр, бөтә төр аллегориялар. «Роза тураһында романды» тәржемә иткәндә һәм ҙур булмаған лирик шиғырҙар һәм поэмалар яҙғанда, үҙенең иртә осор эшмәкәрлегендә әҙәбиәттең был йоғонтоһона тейешле баһа бирә.
 
1367 йылда Чосерҙың исеме документтарҙа яңынан күренә; был юлы ул королдең камердинеры булараҡ телгә алына, шулай уҡ таждан пенсион алыуы тураһында әйтелә. Ошонан һуң Чосерҙың исеме йыш осрай башлай: королдең уға һәм уның ҡатынына бүләктәре, сираттағы ярҙамы, яңы тәғәйенләнеше, дипломатик сәфәре. Әҙәбиәт тарихында мөһим булған 1372 йылда Генуяның дожы менән һөйләшеүҙәр алып барыу буйынса Чосерға йомошо теркәлә. Был тәғәйенләнеш менән шағирҙың [[Италия]]ға беренсе сәфәре даталана, 1377 йылдағы икенсе сәфәре менән бер рәттән Чосерҙың ижадына ҙур йоғонто яһай. Ул шулай уҡ Флоренцияға королдең йәшерен йомошо менән барған илселекте оҙатып бара. [[Флоренция]]ла Боккаччо «Илаһи комедияһы» буйынса шәхси курс уҡырға йыйына; Чосер Данте, Петрарка һәм Боккаччоның ҡулъяҙмаларын алып сыға. Сәфәргә тиклем ул, күрәһең, итальян телен белмәй, әммә был уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булмай. Эшлекле, сәйәси һәм сауҙа мөнәсәбәттәрендә , латин теле ҡулланыла, ә ул латин телен яҡшы белә. Ярты йыл Италияла булыу уға тоскан теленә эйә булырға һәм бөйөк флоренция шағирҙарын уҡырға мөмкинлек бирә.
 
Чосер [[Италия]]ға тағы 1377 йылда килә һәм унда теүәл дүрт ай була. Был юлы миссияһы Ломбардияға ҡағыла. Милан тираны Бернабо Висконти һәм уның кейәүе, Чосерҙың яҡташы кондотьер Джон Хоквуд менән хәрби эштәр буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Шул саҡта, бәлки, Чосер Венецияла ла була. [[Италия]]ға ике сәйәхәте Чосерға ҡала мәҙәниәтенең һәм Яңырыу осороноң тәүге үҫешен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ул яңы буржуаз мәҙәниәттең тыуыуын күҙәтә, итальян ҡала республикаларын һәм яңы типтағы монрхияны күрә, сауҙаның һәм сәнәғәттең үҫешен күреп ғәжәпләнә, ошо тәьҫораттар арҡаһында [[Англия]]лағы хәл-торошто яңыса баһалай башлай.
 
== Иҫкәрмәләр ==